Һыуҙы ташып эсергә түгел хәҙер04.06.2013
Һыуҙы ташып эсергә түгел хәҙер“Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!..” тип нисәмә йыл буйы зарланған хәйбуллаларҙың, ниһайәт, хыялы тормошҡа аша. Районды социаль-иҡтисади үҫтереүҙең маҡсатлы программаһына ярашлы, ауыл ерендә инженер инфраструктураһы төҙөү буйынса ҙур эш башланды. Былтыр район буйынса дөйөм хаҡы 23 миллион һумлыҡ 26 километр һыу үткәргес һалынып, Подольск, Бүребай, Әлибай, Сиҙәм, Ивановка, Татыр-Үҙәк һәм башҡа ауылдарҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү күпкә яҡшырған.

Яңыраҡ “ЖилКомСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ивановка ауылында һыу системаһына капиталь ремонт башланы. Йәмғиәт директоры Зәйнәғәле Рәхмәтуллин әйтеүенсә, республика һәм район ҡаҙнаһынан финанслау программаһына ярашлы, Ивановка ауылында иҫке һыу трассаларын алмаштырып, яңы селтәр һуҙыуға 658,9 мең һум аҡса бүленгән.
— Бөгөн 1,5 километрҙа һалынасаҡ һыу селтәренең 600 метрында 63 миллиметрлы полиэтилен торбалар һалынған. Йылға аръяғы урамында баҫымлы һыу башняһын ҡуйыу һәм насос станцияһына юл һалыу эштәре алып барыла. Был урамдан 500 метр оҙонлоғонда һыу селтәре алмаштырылып, Гагарин, Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди урамдарында һыу үткәргес һалынасаҡ. Бөтәһе 18 һыу колонкаһы һәм 12 тығын ҡуйыу күҙаллана, — ти Зәйнәғәле Ғәйзулла улы.
Ошо мөмкинлектән файҙаланып, шәхси йортта йәшәүселәр үҙ иҫәбенә өйҙәренә һыу үткәртеп ҡалыу мөмкинлегенә эйә.
Һыуҙы ташып эсергә түгел хәҙер— Йорттарына һыу үткәрергә теләүселәр күп. Исемлек көндән-көн арта бара. Яңы технологияларға яуап биргән заманса ҡоролмалар файҙаланыла, шуға ла һыу селтәре халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк, — ти йәмғиәт мастеры Наил Ҡотоев.
Ошо көндәрҙә “Аҡъяржилкомстройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре тырышлығы менән район үҙәгенең Аҡморон биҫтәһендә һыу трассаһы һалынһа, Фрунзе, Дуҫлыҡ һәм Таналыҡ урамдарында иҫке торбалар яңыларына алмаштырыла.
Күп ҡатлы йорттарҙа йылытыу миҙгеле тамамланғас та, “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡышҡа әҙерлекте башлаған. Әле район үҙәгенең ике ҡатлы йорттарында йылылыҡ торбаларын алмаштырыу буйынса капиталь ремонт бара. Проект буйынса быйыл 680 километр оҙонлоғонда йылылыҡ торбаларын алмаштырыу ҡаралған.
Әйткәндәй, райондың төҙөлөш бүлегенән алынған һандарға ҡарағанда, быйыл һыу селтәрҙәрен капиталь ремонтлауға өҫтәмә рәүештә 4 миллион 555 мең һум аҡса бүленгән. Был сығымдар Бүребай, Аҡъяр, Сәғит ауылдарында һыу торбалары һуҙыу һәм иҫкеләрен алмаштырыуға тотоноласаҡ.


Вернуться назад