Бәпембә балы (ҡайнатмаһы)04.06.2013
300 сәскә башын йыйып алабыҙ. Ҡайнатма яһар өсөн ике стакан һыуға 1 кг шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсә ҡайнатабыҙ. Сәскә баштарының һары өбөрҫөһөн генә ҡалдырып, һалҡын һыуҙа йыуып алып, сиропҡа төшөрәбеҙ. 20 минут ҡайнатҡандан һуң, уттан алырға. Ике-өс минут ҡалғас, ярты лимон һуты йә ярты балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Икенсе көнөнә марля аша һөҙөп, ҡуйырығын ташлайбыҙ, ә сиробын йәнә 20 минут ҡайнатып алабыҙ.
Ҡомоҡҡан балға оҡшаған ҡайнатмаһын тәүге тапҡыр тәмләп ҡарағанда, бәпембәнән икәненә ышанмай торҙом хатта. Һыуыҡта тотһаң, шулай аҡһыл төҫкә инеп ҡуйыра икән.