Биш-алты йәшлек сағымда Белорет районының Мышы (Аҙналы) ауылында беренсе тапҡыр ҡуян тубығын тәмләп ҡараным. Унан кишер тәме килә ине. Баҡсабыҙҙа төрлө йәшелсә үҫтерелгәс, өйөбөҙҙә кишерҙең ҡырағай төрөнә иғтибар ҙа булмағандыр, ул бит сүп үләне булараҡ йолҡоп ташланыла. Ул саҡта ауылдарҙа күпселек бәрәңге, ташҡабаҡ ҡына сәсә ине, башҡа йәшелсәгә иғтибар булманы.
Ҡаршыбыҙҙағы йорт алдындағы кәртәле бәләкәс кенә майҙансыҡтан бер апайҙың сүп үләндәрен йолҡоп юлға ташлағаны иҫтә. Малайҙарҙан кемдер “ҡуян тубығы” тип ҡысҡырып ебәреп, бер нисә үҫемлекте эләктереп алып тороп та йүгерҙе. Иптәштәре лә шулай итте. Юл ыңғай япраҡтарын өҙөп ташлап, тамырын еңдәренә ышҡып ашап баралар. Минең сама бер малай алып өлгөрмәне. Һайғау араһына ҡулын тығып, “миңә лә бир”, тип һорағас, апай башҡа юҡ икәнен әйтте. Шунан йәлләп китте булһа кәрәк, алһыу тамырлы бер үлән бирҙе. Алабута икәнен таный инем. Теге бала шуны тотоп, һөйөнөп кимерә-кимерә китеп барҙы. Миңә лә һонғайны, алманым, ашап ҡараған бар ине. Бер ҙә тәмле түгелсе. Апай ҡуйы үлән араһынан шулай ҙа бер ҡуян тубығы тапты – мин дә шатланып өйгә һыпырттым. Йыуып ҡына ашарға кәрәк тип әсәйем өйрәткәйне инде.
Хәҙер ҡуян тубығын баҡсама ултырттым. Иртә яҙҙан селтәрле ҡуйы япраҡтарын йәйеп килеп сыға – рәхәтләнеп турамаға ҡулланырға, ашҡа һалырға ла була. Түтәлгә сәселгәнен тотонорлоҡ булғанса “витаминланырға” бик тә ярап тора. Ә тамырын ҡырғыстан үткәреп, ризыҡҡа ҡушып та, үҙен генә бешереп йә сейләй ҙә ашарға мөмкин.
Шулай булмайса, тамырында каротин, тиамин, рибофлавин, пантотен һәм аскорбин кислоталары, шәкәр (4,5—15 %), флавоноид, эфир майҙары, умбеллиферон, кальций тоҙо, фосфор, тимер, микроэлементтар — кобальт, баҡыр, бор, йод һәм башҡалар бар. Торғаны бер файҙалы матдәләр келәте!
Ябай ғына был сүп үләне кешене тынысландыра, үт, бәүел бүленеп сығыуын тәьмин итә, тәнде сихәтләндерә, зарарлы бактерияларҙан таҙарта. Тамыры шулай уҡ эсәк селәүсендәренән ҡотолдора. Үттә таш булғанда орлоғо файҙаланыла, әммә быны табип менән кәңәшләшеп кенә эшләргә кәрәк.
Сәсеп үҫтергән кишерҙе һирәкләткәндә, күптәр бәләкәс кенә үҫентеләрҙе ташлай, ә бит уларҙы ла, шулай уҡ сөгөлдөр үҫентеләрен дә ашҡа һалырға була… Йәш шытымдарҙың яңыртыу ҡеүәте бик көслө.
Ҡуян тубығыӘрәмәлә һор ҡуяндар
Боҫоп ҡына ҡарайҙар:
Ҡуян тубығы йыям, тип
Ҡысҡырыша малайҙар.
Ҡалтырай
меҫкен ҡуяндар,
Тубыҡтары дер-дер-дер,
Ә малайҙар үлән тотоп
Ҡайтып китә гөр-гөр-гөр.
Маҡтаналар, ҡуянтубыҡ
Уңған, тиеп, ғәләмәт,
Шешҡолаҡтар
һөйөнөшә –
Тубыҡтары сәләмәт.
Белмәгәйне шул ҡуяндар
Ҡырағай кишер барын,
Шуны ҡуян тубығы тип
Бик тәмләп ашауҙарын.