Шведтарҙың үҙенсәлеге. Беҙҙең күҙлектән01.06.2013
Швеция тиһәләр, иң тәүҙә нимә иҫегеҙгә төшә? Дөрөҫ, унда күптән түгел шаулап-гөрләп үткән “Евровидение” музыкаль конкурсы, йорт кәрәк-ярағы менән сауҙа итеүсе данлыҡлы “IKEA” магазины, ошо илдә етештерелгән татлы шоколад… Әммә бөгөн һүҙ улар тураһында түгел. Европаның тотороҡло, һәр йәһәттән алға киткән ошо бәләкәй генә илендә йәшәүселәр донъялағы иң ҡәҙерле кешеләренә, йәғни балаларына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә – һеҙгә ошо хаҡта һөйләмәксебеҙ.
Ғөмүмән, балаларға Швецияла мөмкин тиклем ҙур мөхәббәт һәм хөрмәт менән ҡарайҙар. Әйткәндәй, был дәүләт бала табыуҙа ярҙам күрһәтеү, әсәнең һәм баланың һаулығын һаҡлау сифаты буйынса донъяла беренсе урында тора. 1979 йылдан бәләкәстәргә ниндәй ҙә булһа тән язаһы биреү закон кимәлендә тыйылған: сабыйыңа еңелсә сәпәп тә, ата-әсәлек хоҡуғынан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал.

Үҙаллылыҡ мөһим

Бәләкәстәрҙе Швецияла үҙаллы шәхес тип баһалайҙар һәм, дөрөҫөн әйткәндә, тәрбиәләмәйҙәр: йәнәһе, бала нимә кәрәк йәки кәрәк түгел икәнлеген үҙе билдәләргә тейеш. Шуға күрә швед ғаиләһендә көршәккә ултыра белмәгән өс йәшлек, имеҙлек ташламаған дүрт-биш йәшлек сабыйҙар йыш осрай.
Балаларҙы барлыҡ урындарға йөрөтәләр, ҡайҙа ғына булмаһын, әсә менән сабыйына ярҙам күрһәтәләр. Аҙыраҡ үҫә төшкәс, балалар баҡсаһына бирергә мөмкин. Төркөмгә алты-ете кеше йөрөй. Тәрбиәселәр уларға хоҡуҡтарын төшөндөрә. Әйткәндәй, Швецияла балаларға ҡысҡырырға ла ярамай, ә ҡыйырһытылған бәләкәс был хаҡта социаль хеҙмәткә хәбәр итергә хаҡлы. Әгәр ҙә хәл иҫбатланһа, баланы дәүләт учреждениеһына алып китеүҙәре ихтимал. Шуға ла швед ғаиләләре был йәһәттән бик тыныс.
Үҙебеҙ өсөн ниндәй һығымта яһарға була? Балаға ниндәйҙер ғәмәлде иртәрәк өйрәтергә тырышырға ярамай: ваҡытында алынған аң-белем яҡшыраҡ үҙләштереләсәк. Ғөмүмән, үҫмерҙәргә ҡул күтәреүҙән тыйылыу ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәренән ҡурҡыу менән генә бәйле түгел.

Белем биреү


Уҡырға-яҙырға балалар баҡсаһының өлкән төркөмөндә өйрәнә башлайҙар, ә башланғыс кластарҙа, башҡа фәндәргә өҫтәп, инглиз теле лә инә. Шуғалыр ҙа барлыҡ шведтар инглизсә бик яҡшы һөйләшә. Мәктәптәрҙә сәнғәт тарихына һәм спортҡа иғтибар айырыуса ҙур. Етенсе класҡа тиклем бер ниндәй ҙә баһа ҡуймайҙар, сығарылыш имтихандары юҡ. Ата-әсәләрҙе бала башҡа һыймаҫлыҡ хәл ҡылғанда ғына мәктәпкә саҡырталар. Хәйер, швед балаларынан үҙ-үҙеңде яҡшы тотоуҙы талап итеүсе юҡ: улар ололарҙы тыңларға түгел, ә үҙаллы булырға өйрәнергә тейеш. Уҡытыусыны иһә педагог булған өсөн генә хөрмәт итеү ҡаралмаған: ул хөрмәт һәм абруй яуларға тейеш.
Үҙебеҙ өсөн ниндәй һығымта яһарға була? Уҡыусыға үҙаллылыҡ күрһәтеүҙе тыйырға ярамай. Унан тыш, белем баһанан күпкә юғарыраҡ икәнде аңлатыу фарыз: түбәнерәк баһа алған хәлдә лә, материалды иҫтә ҡалдырыу юғары баһаға өлгәшеп тә, уны иртәгә үк онотоуҙан күпкә яҡшыраҡ.

Атайҙар уңған унда…


Швед өләсәйҙәре ейәндәрен ҡарамай, шул уҡ ваҡытта әсәйҙәргә лә уларҙың ярҙамы әллә ни кәрәк түгел, сөнки балалар менән ихлас күңелдән атайҙар шөғөлләнә. Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы бер төрлө тәрбиәләйҙәр, йорт эштәрен бүлмәйҙәр, шуғалыр ҙа сабыйҙарын әсәләрҙән һис тә кәм ҡарамаған атайҙар туристарҙы аптырата.
Үҫмерҙәр ата-әсәләренә барлыҡ йорт эшен башҡарыуҙа ярҙам күрһәтә, бурыстарҙы “ҡыҙҙар”ҙыҡы йәки “малайҙар”ҙыҡы тип бүлеү юҡ. Унан тыш, балаларға үҙ ҡаҙнаһын туплау мөмкинлеге бирелә. Үҫмер ата-әсәһе бүлгән аҙналыҡ “кеҫә” аҡсаһын үҙ белдеге менән файҙалана ала: киноға барһынмы, тәм-том һатып алһынмы йә иһә йыя барһынмы – уның эше. Аҡсаны тотона белеү киләсәктә бик кәрәк буласаҡ: Швецияла 17-18 йәшлек ҡыҙ-егеттәр, ғәҙәттә, ата-әсәһе янынан ҡуртымға алынған айырым фатирға күсеп сыға, үҙаллы донъя көтә, яҡындарына ҡунаҡҡа ғына килә.
Үҙебеҙ өсөн ниндәй һығымта яһарға була? Малайҙарҙы һауыт-һаба йыуырға, ә ҡыҙҙарҙы ҡаҙаҡ ҡағырға өйрәтеү зыян итмәҫ. Үҫкән балаға айырым йәшәү мөмкинлеге бирергә, уның үҙаллылығын ҡабул итергә әҙер булырға кәрәк.

Ата-әсәнән белгәне яҡшы


Швецияла енси тәрбиә бик иртә башлана. Был хаҡта ата-әсәләр балаларға асыҡтан-асыҡ һөйләй, иң “ҡыйын” һорауҙарға ла яуап бирә. Һөҙөмтәлә, биш-алты йәшлек бала үҙенең нисек тыуғанын, педофил менән осрашҡанда ни эшләргә кәрәклеген бик яҡшы белә. Мәктәптә балалар һаҡланыу саралары тураһында фильмдар ҡарай, порнография хаҡындағы дискуссияларҙа ҡатнаша, ә мәктәптәге осрашыуҙарға бисексуалдар, гомосексуалистар ҙа килә.
Үҙебеҙ өсөн ниндәй һығымта яһарға була? Енси тәрбиә бик мөһим – уны ҡасан башларға һәм ниндәй кимәлдә алып барырға икәнен ололар хәл итә. Әммә балаларҙың “ҡыйын” һорауҙарынан барыбер ҡасып булмаясаҡ. Шуға күрә уларға лайыҡлы яуап бирергә әҙер тороғоҙ, юғиһә яуапты бала үҙе һымаҡ бер ни белмәгән дуҫтарынан йәки Интернет селтәрен файҙаланыусылар аша барыбер табасаҡ һәм үҙенсә һығымта яһаясаҡ.


Вернуться назад