Ҡәҙерле кешеләремә рәхмәт!01.06.2013
Беренсе класҡа уҡырға килгән мәлем әле лә хәтеремдә. Мөләйем йылмайып Татьяна Федоровна ҡаршы алды. Уҡырға, яҙырға өйрәткән алсаҡ күңелле уҡытыусыбыҙ беҙгә, шуҡ балаларға, дүрт йыл буйы белем һәм тәрбиә бирҙе.
Әсәйем Ләйсән Фазыл ҡыҙы менән Дания өләсәйем — минең иң-иң ҡәҙерле кешеләрем, төп терәгем. Уларҙың йылы ҡанаты аҫтында үҙемде бик бәхетле тоям, шуға ла яҡшы уҡырға тырышам.
Бала бәхете — ғаиләлә генә түгел, мәктәптә лә, тип уйлайым. Мин тәүге уҡытыусымдан да, әсәйем менән өләсәйемдән дә бик уңдым. Ҡәҙерле кешеләремә ҙур-ҙур рәхмәт!