Заман геройы01.06.2013
Заман геройыОшо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһынан 7-се “В” класс уҡыусыһы Айнур Ғәлиев “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланды.
Былтыр йәй Ишембайҙан алыҫ булмаған быуала һыуға батып барған ике сабыйҙы ҡотҡарған 13 йәшлек үҫмерҙең батырлығы тураһында бөтә республика һөйләгәйне.

15 июндә була был хәл. Халыҡ “Кузьмин быуаһы” тип атаған урында бихисап ял итеүсе ҡомда ҡыҙына, һыу инә. Унан бер нисә саҡрым ғына алыҫлыҡтағы Бәләкәй Байыҡ ауылынан һыу инергә тип килгән Айнур менән Илшат тын тултырылған матраста йөҙгән ике балаға иғтибар итә — яндарында бер генә оло кеше лә юҡ. Матрас иһә ярҙан алыҫлашҡандан-алыҫлаша. Балаларҙың икеһе лә ҡурҡыштан аяғөҫтө тороп баҫа, сәбәләнеп илай башлай. Көтмәгәндә матрас түңкәрелеп китеп, сабыйҙар ҡапыл һыу аҫтына китә. Үҙе лә балалыҡтан сығып етмәгән Айнур ике туған ағаһы Илшат менән шунда уҡ ярҙамға ташлана. Береһе — 5 йәшлек ҡыҙҙы, икенсеһе 7 йәшлек малайҙы эләктереп алып, ярға табан йөҙәләр. Балаларҙы ҡотҡарғас та ике үҫмер, кәмә ала һалып, хәҙер инде батып барған ир кешегә ярҙамға ташлана. Үкенескә ҡаршы, аҙаҡ һыуҙан 29 йәшлек ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһен генә алып сығалар. Ул балаларҙың атаһы булып сыға. Һуңынан асыҡланыуынса, ғәзиздәрен ҡотҡарам тип, ул да һыуға ырғыған, тик, үкенескә ҡаршы, һәләк булған. Яр буйында күңел асҡан компанияның башҡа ағзалары был фажиғәгә иғтибар иткәндә эш үтеп киткән...
Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ике кешене үлем тырнағынан йолоп алған малайҙарҙың был аҙымы – оло батырлыҡ. Айнур уҡыған гимназияның социаль педагогы Нурия Моратова уҡыусыһын “бөгөнгө Матросов” тип атай.
— Матросов башҡалар хаҡына үҙ-үҙен аямайынса, айбарланып утҡа ташланһа, Айнур бәләкәстәрҙе ҡотҡарыр өсөн һыуға һикергән. Хатта үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған, ә бит уның урынында күптәр был аҙымға барырға баҙнат итмәҫ ине, — ти Нурия Нәжип ҡыҙы. — Халыҡта юҡҡа ғына “Ҡарама беләккә — ҡара йөрәккә” тип әйтмәйҙәр. Бәләкәй генә буйлы ошо малайҙың батыр йөрәкле булыуы хайран ҡалдыра. Айнурҙың көсһөҙҙәрҙе яҡлау тойғоһо һоҡландыра. Беҙҙең гимназияға уҡырға килгән көндән алып ул ысын мәғәнәһендә бәләкәй балаларҙың ҡурсалаусыһына әйләнде. Берәй хәл була ҡалһа, башланғыс класс малайҙары, яҡлау эҙләп, Айнур ағайҙары янына йүгереп килә һала. Тәү ҡарағанда ғәҙәти уҡыусыларҙың береһе булған Айнурҙа лидерлыҡ һыҙаттары бар. Мәктәп малайҙары араһында абруйы ҙур. Ләкин ул маһаймай, батырлығын да тәбиғи күренеш тип ҡабул итә.
Уҡытыусыһының һүҙенә өҫтәп, шуны ла әйтергә кәрәк: Айнур бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫкән, атаһының ғына түгел, әсәһенең дә уң ҡулы. Шәхси хужалыҡтарындағы мал-тыуарҙы ҡарашырға ла, утын, бесән әҙерләшергә лә, өй эсен ялт иттереп йыйыштырып ҡуйырға ла өлгөрә. Шул арала өләсәһе менән олатаһына ярҙамлашырға ла ваҡыт таба. Ошо тыйнаҡ ҡына үҫмерҙең бәләкәй йөрәгендә ни тиклем хис-тойғо йәшеренеп ятҡанын белһәгеҙ икән! Ундағы актерлыҡ һәләтен әйтәйек: Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев “Әсәйемә хат” йырына эшләгән видео клибында үҙенең бала сағын һынландырырға юҡҡа ғына Айнур Ғәлиевте саҡырмаған. Ниндәй оҫталыҡ менән уйнай ул унда! Булдыҡлы малай, ғөмүмән. Илһамланып, Сәбилә Ҡорбанғәлиева етәкселегендәге “Умырзая” балалар-үҫмерҙәр театрында ла сығыш яһай, республика кимәлендә үткәрелгән фестивалдәрҙә ҡатнашып, дипломдар яулай, КВН-да уйнай. Бына ошондай ул хәҙерге заман геройы Айнур Ғәлиев.


Вернуться назад