Министрға һорау бир!31.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәтте үҫтереүгә айырыуса иғтибар йүнәлтте. Республикабыҙ етәксеһенең тәҡдимдәрен бойомға ашырыу йәһәтенән башҡарылаһы эштәр байтаҡ. Бының өсөн халыҡтың теләк-тәҡдимдәрен иҫәпкә алыу зарур.
Ошоно күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән 6 июндә тура бәйләнеш ойоштора. Көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем 272-05-43, 272-75-30 һандары буйынса шылтыратып, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ.
Бынан тыш, һорауҙарҙы бөгөндән гәзиттең сайтына (bash.bashgazet.ru) йәки 272-16-24, 272-35-11 телефондары буйынса еткерә алаһығыҙ.


Вернуться назад