Етемдәр нисек йәшәй?31.05.2013
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә республика буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Бала саҡты ҡайтарайыҡ” округ проектының Башҡортостанда нисек тормошҡа ашырылыуы тикшерелде.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сарала балалар йорттарындағы етемдәрҙең йәшәйеше менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Сараға килеүселәр балалар йорттарының техник торошон, уларҙа уҡытыу һәм тәрбиә үҙенсәлектәрен тикшерҙе, шулай уҡ ғаиләгә бала алыу мәсьәләһен күтәрҙе.


Вернуться назад