Рамаҙан айына әҙерләнеү мәле31.05.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Әл-хәмдү лил-ләһ, 1434 йылдың тәүге яртыһын үткәрҙек. Аллаһ Тәғәлә ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡылһын. Тәүге мөхәррәм, сәфәр айҙарынан һуң рабиғел әүүәл килде. Унда Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде иҫкә алып, салауаттар әйттек, Пәйғәмбәребеҙҙең тормош юлын өйрәндек. Рабиғел ахыр, йомадиәл әүүәл, йомадиәл ахыр айҙарын үтеп, икенсе ярты йыллыҡҡа аяҡ баҫтыҡ. Әле — етенсе рәжәб айы. Унан шәғбан, рамаҙан тыуасаҡ. Исламда был өс ай иң изгеләрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб — Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан — минеке, рамазан — өммәтемдеке”, — тигән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әле Аллаһ Тәғәләнең айында ғүмер кисерәбеҙ.
Рәжәбтә изге рәғәиб кисе бар. Ул — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла менән әсәһе Әминәнең никахлашыу ваҡыты. Пәйғәмбәребеҙҙең донъяға килеүенә, тормошона бәйле һәр мәлде ошолай хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.
“Ҡөрьән Кәрим”дә: “Кем дә кем бер изгелек ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә уға ун тапҡыр артыҡ сауап яҙыр”, — тиелгән. Ә рәжәбтә эшләнгән яҡшылыҡҡа — 70, шәғбандағыға — 700, ураҙа мәлендә мең мәртәбә артыҡ яҙылыр.
Әле үҙебеҙҙе рамаҙан айына әҙерләй башларға тейешбеҙ. Рәжәбтә бер көн булһа ла ураҙа тотоу хәйерле булыр. Быйыл ул оҙон көндәргә тап килә, ваҡыты — 19 сәғәткә яҡын.
Аллаһ Тәғәлә ошо изге көндәрҙә үҙебеҙҙе ғибәҙәткә әҙерләргә, күңелебеҙҙе пакларға, бурыстарыбыҙҙы теүәл үтәргә, Хоҙай биргән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә, башҡараһы эштәребеҙҙе, изге ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырырға насип ҡылһын. Изге айҙарыбыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Амин.


Вернуться назад