Миҙал ике яҡлы...22.12.2011
Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы уңайынан Башҡортостанда төрлө милләт кешеләренең берҙәм ғаилә булып йәшәүе хаҡында матбуғатта байтаҡ мәҡәлә баҫылды. Ҡатнаш никахлы өлгөлө ғаиләләр тураһында ла уҡыйбыҙ. Былар барыһы ла күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙағы тыныс тормоштоң сағылышы, башҡа төбәктәргә фәһем, үрнәк булырҙай йәшәйешебеҙҙең өлгөһө, ғорурлыҡ хисе уятыусы ысынбарлыҡ.
Шул уҡ ваҡытта тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан йәштәрҙе ҡурсалау, уларға кәңәш-теләк белдереү йәһәтенән бер сетерекле мәсьәләне күтәрмәксемен. Ул да булһа, ҡатнаш никахтар тураһында. Социализм заманында, берҙәм совет халҡы тураһында ғына һүҙ барғанда, бындай никахтар, әлбиттә, хупланды, сөнки милли үҙаңыбыҙға, туған телебеҙҙең үҫешенә тейешле иғтибар булманы, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ онотолоуға дусар ителгәйне. Хәҙер, шөкөр, үҙ асылыбыҙға ҡайтабыҙ, милли ғорурлыҡ хисе уяна. Тик, әлеге лә баяғы, ҡатнаш никахтарҙың үҙенсәлектәре булыуын да онотмайыҡ.
Журналист Кәримә Усманова “Быуындар мираҫы һаҡлана” тигән мәҡәләһендә (“Башҡортостан”, 11 октябрь) Әбйәлилдә йәшәүсе Архиповтар менән Лобановтарҙың ҡатнаш ғаиләләрен күрһәткән. Ысынлап та, улар матур тормошта йәшәй, балалары тәртипле, атаһының да, әсәһенең дә туған телдәрендә иркен аралаша, ике милләттең дә ғөрөф-ғәҙәтен белә. Ярай ҙа һуң гел шулай булһа!
Был осраҡта ата-әсәләрҙән бигерәк балалар тураһында һүҙ алып барам. Улар бит башҡорт телен йүнләп белмәй, милли рухты үҫтереү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әлбиттә, “Башҡортостан”да яҙылғанса, рухлы, киләсәге өмөтлө ғаиләләр аҙ түгел. Йылайыр районында бер уҡытыусы ҡыҙ урыҫҡа кейәүгә сыҡты. Әсәнең милли үҙаңы, туған теленә һөйөүе көслө булыуы арҡаһында балалары ла әсә телен яҡшы белә, халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Шул балаларҙың береһе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә яуаплы вазифала эшләй.
Ҡатнаш никахлы ғаиләләрҙә балалар күп осраҡта әсәһенең телен үҙләштерә. Әлеге миҫал да быны раҫлай. Үкенескә ҡаршы, ҡағиҙәнән тайпылыу осраҡтары ла бар. Баймаҡтағы бер ғаиләнең хужабикәһе — башҡорт, ире — икенсе милләттән. Өйҙә урыҫса ғына аралашалар, шуға күрә улдары мәктәптә башҡорт телен ауырлыҡ менән өйрәнә. Тимәк, әсә кешегә милли рух һалынмаған, үҙе лә балаһын туған телдән мәхрүм иткән.
Ошондай уҡ күңелһеҙ хәлде ҡатыны икенсе милләттән булған байтаҡ башҡорт ир-уҙаманы ғаиләһендә күҙәтергә мөмкин. Минең менән бер урамда йәшәүсе яҡын танышым сит өлкәнән эшкә килгән урыҫ ҡыҙына өйләнде. Ғаиләлә ике ҡыҙ буй еткерҙе. Улар башҡортса — ләм-мим. “Кейәүҙәрең кем булыр икән?” — тип һорайым танышымдан. Яуап: “Кем булһа ла була инде...”
Әлбиттә, тормошта ыңғай миҫалдар ҙа етерлек. Заманында Баймаҡ районының Ярат ауылында Герой әсә Анастасия Николаевна йәшәне, ул 12 балаға ғүмер бирҙе. Ире Мөхөтдин Абдулғәни улы Исмәғилев техника “ене” ҡағылған алтын ҡуллы кеше ине, механизатор, киномеханик эштәрен берҙәй оҫталыҡ менән башҡарҙы. Настя апай, ауылда уны шулай атанылар, беҙҙең телдә һәйбәт һөйләште (башҡорт ауылында башҡаса мөмкин дә булмағандыр), эшһөйәр ине, оло хөрмәт ҡаҙанды. Балалары ла башҡорт рухлы булып, хеҙмәт һөйөп үҫте, тормошта үҙ урындарын тапты.
Ҡатнаш никахтарҙың артыуы ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең ир-егеттәрҙең ситкә, Себергә күпләп эшкә китеүенә лә бәйле. Сибайҙағы бер апайҙың улы сит-ят яҡтарҙа урыҫ ҡыҙына өйләнде, шунда төпләнде. Тыуған яҡҡа ана ҡайтам, бына ҡайтам тип йөрөй торғас, күп йылдар уҙҙы. 80 йәшен үткән әсә улының ҡайтырына һаман өмөт итә... Баймаҡтағы бер хөрмәтле ветерандың өлкән улы ла Себерҙә төпләнде, ҡатыны ике бала тапты. Былтыр атай кеше яҡты донъянан китте. Уның төҫө булған ейәндәрен күрә алмай зар-интизар булып йәшәй ҡартатай менән ҡартәсәй.
Иманлы ғаиләлә үҫкән бер һылыуыбыҙҙың тарихын да һөйләмәксемен.
“Вася (исемен үҙгәртеп, шулай тип атайыҡ. — Авт.) — ата-әсәһенең берҙән-бер улы. Бергә эшләйбеҙ. Мин уға: “Йомош буйынса беҙгә күпме ҡыҙ килә, нишләп берәйһе менән танышмайһың?” — тип мәрәкәләй инем. Ул, баҡтиһәң, миңә күҙ һалып йөрөгән икән. Ҡыҫҡаһы, күпмелер ваҡыттан яҡындан таныштыҡ, өйләнешергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Ике яҡтан да ата-әсәләрҙең ҡаршы икәнлеген белә инек, шуға күрә никахлашыу өсөн мәсеткә үҙебеҙ генә барҙыҡ. Яйлап туған-тыумаса беҙҙең хәлгә күнде, ризалашты. Хәҙер бөтәһе лә һәйбәт, аңлашып йәшәйбеҙ. Ҡайһы берҙә үкенеп тә китәм, үҙемде милләтебеҙ алдында ғәйепле кеше һымаҡ тоям. Был тойғо бигерәк тә Мәрйәм апай Бураҡаеваның милләт, тел мәсьәләләренә ҡағылған мәҡәләләрен уҡығандан һуң көсәйә. Улыбыҙҙы көндөҙ урыҫ өләсәһе менән олатаһы ҡарай, улар ейәндәрен бик ярата, ихлас тәрбиәләй, рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Тел мәсьәләһе генә әҙерәк сетерекле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улымда иң элек башҡорт рухын тәрбиәләргә тырышам. Тиҙҙән икенсе балабыҙ ҙа тыуасаҡ. Киләсәгебеҙҙе уйлап, иптәшемә башҡорт телен өйрәтәм. Бик ауыр үҙләштерә, ләкин өмөтөмдө өҙмәйем”, — тип серҙәрен бүлеште ул.
Миҫалға килтерелгән хәл-ваҡиғаларҙан һәр кем үҙенсә һығымта яһар. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиеүселәр ҙә булыр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев та тиккә генә:
...Йәнәш йәшәмәҫлек кешеләрҙе
Бәйләп ҡуя яҙмыш тигәнең, —
тимәгән бит.
Рәшит ҮТӘЕВ.


Вернуться назад