Ғәҙел баһа бирелә22.12.2011
Ғәҙел баһа биреләКөндәлек мәшәҡәттәргә сумып, иртәгәһе көн хәстәре менән йәшәп, йыш ҡына тормоштоң ыңғай яҡтарына һәм күңелде күтәрерҙәй яңылыҡтарға иғтибар итеп еткермәйбеҙ. Теге йәки был сараға ҡарата тейешле баһаны ла ваҡытында бирергә ашыҡмайбыҙ. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, тигәндәй, төбәгебеҙгә сәфәр ҡылыусыларҙың күҙенә беҙ күреп ғәҙәтләнгән күренештәр тиҙ салыныусан. Баһаны ла ғәҙел ҡуялар.
Күптән түгел Яңы Тәтешле ауылында удмурттарҙың IV конференцияһы булды, һәм унда күрше төбәктәр вәкилдәре лә ҡатнашты.
Саралағы сығышында Удмурт Республикаһының милли сәйәсәт министры Владимир Завалин милләттәштәренең Башҡортостандағы яҡшы тормошона һөйөнөүен белдерҙе.
Әле төбәгебеҙҙә 22 мең 600 удмурт йәшәй. Уларҙың еребеҙҙә тамырланыуына ла байтаҡ ваҡыт үткән. Иван Грозныйҙың эҙәрлекләүенән ҡасып килеп төпләнгән халыҡ байтаҡ райондарыбыҙ биләмәһендә донъя көтә. Мәҫәлән, Тәтешле, Яңауыл, Ҡалтасы, Борай, Балтас, Илеш, Кушнаренко, Йәрмәкәй райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында башҡа милләт кешеләре менән тығыҙ аралашып йәшәйҙәр.
Удмурттар ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына тоғролоғо, эш һөйөүсәнлеге менән айырылып тора һәм хаҡлы рәүештә хөрмәт уята.
Яңы Тәтешлеләге милли-мәҙәни үҙәк рәйесе Ренат Ғәләмшин әйтеүенсә, Башҡортостанда удмурттарға мәҙәниәтен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылған. Ошо ерҙә тамырланған башҡа халыҡтар менән хәстәрҙәре лә уртаҡ, маҡсат-ынтылыштары ла берҙәй.
Ғәҙел баһа биреләРәйес удмурт халҡының да заман менән бергә атлауын билдәләй. Мәҫәлән, ауылдарҙа йәшәүселәр араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр арта. Тырышып, сәмләнеп донъя көтөргә ынтылыштары көслө.
— Телде һаҡлау мәсьәләһенә килгәндә, хәл зарланырлыҡ түгел. Республикала удмурт теле 42 мәктәптә өйрәнелә, уларҙың 22-һе — урта мәктәп һәм 20-һе — филиал, — ти Р. Ғәләмшин.
Әлбиттә, был милләт вәкилдәрен борсоған мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, эскелек, йәштәрҙе наркомания тоҙағынан йолоп ҡалыу һәм эшһеҙлекте бөтөрөү кеүек көнүҙәк проблемаларҙан улар ҙа азат түгел. Шуға ла милли-мәҙәни үҙәк халыҡты сетерекле хәлдәрҙән ҡурсалау маҡсатында эш алып бара.
Үҙәк рәйесе Р. Ғәләмшин хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтеү зарур. Милләттәштәре отчет-һайлау конференцияһында Ренат Биктимер улын, йәнә ышаныс күрһәтеп, ошо вазифаһында ҡалдырҙы. Йәмәғәт эшен тап уға йөкмәтеүҙәре яҡшы аңлашыла, кәрәк урында һүҙе үткән, вәғәҙәһен елгә осормаған рәйесте кемгә алыштыраһың тағы! Әйткәндәй, был “йөктө” ул 15 йыл тартты инде. Агроном һәм колхоз рәйесе вазифаларында 30 йыл эшләп, бай тәжрибә туплаған, һәр көнөн милләттәштәренең тормош-көнкүрешен хәстәрләп үткәргән етәксенең артабан да удмурт халҡының өмөтөн аҡларына шик юҡ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Тәтешле районы.


Вернуться назад