Күршем фатирына сит ғаиләне индерҙе. Улары кәйеф-сафа ҡорорға ярата. Төндә лә шаулайҙар. Быға ҡаршы ниндәй сара күрергә?
Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексына ярашлы, торлаҡ милексеһе күршеләренең хоҡуғын һәм мәнфәғәтен боҙа икән, урындағы үҙидара органы уға иҫкәрмә яһай ала. Әгәр күрһәтмә үтәлмәһә, был орган торлаҡты сауҙалашыу аша һаттырыу талабы менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Был осраҡта күршеләрҙең урындағы үҙидара органына мөрәжәғәте, тәртип боҙоу тураһындағы дәлилдәр, административ хоҡуҡ боҙоу хаҡындағы протокол, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп төҙөлгән акт булырға тейеш.