Курткамды юғалттылар30.05.2013
Курткамды таҙартырға биргәйнем, юғалттылар. Улай булғас, хаҡын ҡайтарығыҙ тигәйнем, баш тарттылар. Закондың ниндәй статьяһына һылтанырға икән? Улар тейешле ваҡытта ҡайтарылмаған әйбер өсөн яуаплымы? Был осраҡта, ҡулланыусы булараҡ, миңә ниндәй ҙә булһа компенсация ҡаралғанмы?
Хәлимә М.
Шишмә районы.

Яуаплылыҡ бар. Таҙартыуға тапшырылған әйбер менән тейешенсә эш итмәгән өсөн яуаплылыҡ хаҡында "Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында"ғы федераль закондың 35-се статьяһында әйтелә. Предприятиеның яуаплылыҡ нигеҙе Гражданлыҡ кодексының 37-се бүлегендәге 2-се параграфта ҡаралған.
Һеҙҙең осраҡта химик таҙартыуға алған предприятиеға юғалған әйберҙең хаҡын икеләтә ҡайтарыу тураһында талап ҡуйырға кәрәк. Юғалыуға бәйле күрелгән башҡа зыян өсөн дә компенсация талап итергә мөмкин.
Әгәр химик таҙартыуға бирелгән әйберегеҙҙе күрһәтелгән ваҡытта ҡайтармайҙар икән, химчистка хеҙмәткәрҙәре квитанцияла күрһәтелгән хаҡтың өс проценты күләмендә һәр көн өсөн неустойка түләргә тейеш.


Вернуться назад