Витамин һәм микроэлементтар ниндәй аҙыҡ-түлектән яҡшыраҡ үҙләштерелә? Әллә уларҙы дарыухананан һатып алыу файҙалыраҡмы?
Г. АСЫЛОВА.
Мәләүез районы.
Ҡатын-ҡыҙ витаминды һәм микроэлементтарҙы аҙыҡ-түлектән һәйбәтерәк үҙләштерә. Йөрәкте нығытыу өсөн көн дә 500 г самаһы төрлө йәшелсә, еләк-емеш ашарға кәрәк. Көндәлек туҡланыу рационында 200 г һөт аҙығы һәм шунса ит ризығы булырға тейеш. Ҡош итен тиреһенән таҙартығыҙ. Балыҡ һәм һыйыр ите майлы булмаһын, колбаса, ярымфабрикаттар, татлы кондитер изделиелары, газлы эсемлектәр һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел. Тоҙ ҡулланыуҙы сикләгеҙ. Әгәр ошо кәңәштәрҙе тотһағыҙ, ҡан баҫымығыҙ ҙа көйләнер.