Дәрәжәләр тотмай донъяны22.12.2011
***
Һәр ваҡыт хөрмәт күрһәтеп тороу, хоҡуҡтарын ихтирам итеү дуҫлыҡты нығыта. Шуның өсөн дуҫтарығыҙға һәр саҡ ярҙамсы һәм таяныс булығыҙ. Инсан бер үҙе аҙ булһа, дуҫтары менән күп була.
Ризаитдин Фәхретдин.
***
Дуҫлыҡ — яҙын күкрәп шытҡан үлән,
Көнө бөткәс, ҡабат яралмай.
Яндарымда һеҙҙең урындар буш,
Ул урынды бер кем алалмай.
Марат Кәримов.
***
Дуҫлыҡ ебе ҡылдан нескә, ҡылыстарҙан үткер икән.
Назар Нәжми.
***
Мөхәббәттең уртаҡ булмауы ла мөмкин, ә дуҫлыҡ һәр ваҡыт уртаҡ.
Азат Абдуллин.


Вернуться назад