Аҙыраҡ йәшәйбеҙ, иртәрәк китәбеҙ30.05.2013
Хәҙер пенсия йәше тураһында күп һөйләнелә. Рәсәйҙә лә уны арттырыу буйынса әленән-әле "кәңәштәр", тәҡдимдәр сығып тора. Башҡа илдәрҙә хәлдәр нисегерәк икән? Бәлки, көнкүреш шарттары яҡшыраҡ булғас, уларҙа халыҡ оҙаҡ йәшәйҙер?
Ильяс.
Туймазы районы.

Ғүмер оҙонлоғо йәшәү кимәленә, географик һәм социаль шарттарға бәйле. Мәҫәлән, Швецияла уртаса ғүмер 80 йыл (ирҙәр — 78, ҡатындар — 83); АҠШ-та — 78 (ирҙәр — 75, ҡатын-ҡыҙ — 81); Ҡытайҙа — 73 йыл (71–75). Рәсәй был йәһәттән бик күп илдәрҙән ҡалыша. Беҙҙә ирҙәрҙең уртаса ғүмере 60 йәшкә лә етмәй, ҡатын-ҡыҙҙыҡы — 74 самаһы.
Пенсия йәшенә килгәндә, Бөйөк Британия, Италия, Грузия, Польшала ирҙәр — 65, ҡатындар 60 йәштән хаҡлы ялға сыға. Францияла бөтәһе лә — 62,5 йәштән, АҠШ-та — 65, Норвегияла — 67, Японияла 70 йәштә пенсияға китә.


Вернуться назад