Кем хаҡлы?30.05.2013
Эшкә ике айлыҡ һынау осоро менән алдылар. Оклад билдәләнеләр. Хәҙер етәксебеҙ шул окладты 30 процентҡа кәметергә уйлай. Ул хаҡлымы?

Хеҙмәт кодексына ярашлы, һынау осоронда һәм унан һуң да эш хаҡы хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән түбәнерәк билдәләнә алмай. Әгәр ҙә хеҙмәт килешеүендә һынау ваҡытында унан һуңғы осорҙағынан бүтәнсәрәк эш хаҡының билдәләнеүе айырып әйтелһә, был Хеҙмәт кодексын туранан-тура боҙоуға инә. Тимәк, эш биреүсенең окладты кәметергә хоҡуғы юҡ.


Вернуться назад