Һалым түләргә кәрәкме икән?..30.05.2013
Алты йыл шәхси милектә булған ер участкаһын һатып ебәрҙем. Миңә декларация биреп, алынған килем өсөн һалым түләргә кәрәкме?
Һалым кодексының 217-се статьяһына ярашлы, өс йылдан ашыу шәхси милектә булған йортто, фатирҙы, баҡса һәм ер участкаларын һатыуҙан алынған килемгә һалым билдәләнмәй, шуға күрә декларация биреүҙең дә кәрәге юҡ.