Бүлмәмде һатырға йыйынам30.05.2013
Коммуналь фатирҙа йәшәй инем, бүлмәмде һатырға булдым. Күршеләрем алмаһын өсөн нисек эш итергә икән?
Фәймә Ғ.
Дүртөйлө ҡалаһы.
Һатыу-һатып алыу эше Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәт идаралығында атҡарыла. Коммуналь фатирҙағы бүлмә һатылған осраҡта башҡа бүлмә милекселәре уны һатып алыу йәһәтенән өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.
Бүлмә хужаһы, хаҡын, майҙанын һәм башҡа шарттарын күрһәтеп, үҙ өлөшөн сит кешегә һатырға йыйыныуы хаҡында яҙма рәүештә белдерергә тейеш.
Һатыу тураһындағы ҡағыҙҙы, ҡултамғаһын ҡуйҙыртып, күршегеҙҙең ҡулына ла, нотариус аша ла бирергә мөмкин.
Әгәр бүлмә һатыусы бер ай көтөргә теләмәй (көтә алмай) икән, күршеләренән бүлмәне һатып алыуҙан баш тартыу хаҡындағы яҙма белдереүҙе үҙе йөрөп йыя. Ул ҡағыҙҙар "Росреестр"ҙа ҡаралырға йәки нотариуста раҫланырға тейеш.
Әгәр ҙә күршеләрегеҙ бер ай эсендә һатып алыуҙан баш тартһа йәки хаҡығыҙға ризалашмаһа, бүлмәгеҙҙе сит кешегә һата алаһығыҙ.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: үҙ өлөшөгөҙҙө күршегеҙҙең өҫтөнлөклө хоҡуғын боҙоп һатһағыҙ, уның судҡа мөрәжәғәт итергә хаҡы бар.