Иң ышаныслы яҡлау — ғаиләлә30.05.2013
Иң ышаныслы яҡлау — ғаиләләХалыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләрҙе тәбрикләнеләр. Биш һәм унан да күберәк сабыйға ғүмер биргән ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.

Лилиә Салауат ҡыҙы республикала күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау, был йәһәттән ҡануниәттәге үҙгәрештәр, әленән-әле барлыҡҡа килеп торған льгота һәм пособиелар тураһында мәғлүмәт бирҙе.
— Социаль ярҙам күрһәтеү өсөн күп эшләнә. Хәҙер ғаилә институтын нығытыу тураһында уйланырға кәрәк. Кеше күп бала тәрбиәләүгә ынтылһын ине, — тине ул. — Былтыр Башҡортостанда 59 мең бала тыуҙы — бик ҡыуаныслы һан! Быйыл тыуым тағы ла артыр тип өмөтләнәбеҙ.
Вице-премьер әйтеүенсә, бөгөн өстән ете йәшкәсә 14 мең 95 бала сиратта тора. Республика етәкселеге өс йыл эсендә яңы балалар баҡсалары төҙөп, мәсьәләне тулыһынса хәл итергә маҡсат ҡуйған.
Миҙал алырға 56 әсә килде. Улар араһында алты, хатта ете бала тәрбиәләүселәр ҙә бар ине. Иң күп әсәләр Хәйбулла, Туймазы, Ауырғазы һәм Бөрйән райондарынан булды.
Балаларын яратып, Айнур, Гөлназ, Айбулат, Гөлдәр менән Гөлфиә тигән матур исемдәр биргән Ильза Әкбәрова Дүртөйлө районының Миңеште ауылынан килгән. Ул ире менән бергә МТС-та эшләй, иркен йорто, ҙур хужалығы бар.
— Ауылда йыбанмаҫҡа кәрәк. Тырышып донъя көткәндә барыһына ла өлгәшергә була. Ә беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ ҙа күп, шуға донъябыҙ гөл кеүек. Шөкөр, балаларыбыҙ уңған, егәрле. Ваҡытында пособие килеп тора, бер нимәгә лә зарланмай, рәхәтләнеп йәшәйбеҙ, — ти ул.
Уның һүҙҙәрен Ҡалтасы районының Кәлтәй ауылынан килгән Людмила Тимербаева ла хупланы.
— Эйе, ярҙам һиҙелерлек. Ай һайын килгән пособие, әсәлек капиталы ла бик урынлы. Әлбиттә, үҙебеҙ ҙә тырышабыҙ, — ти ул. — Әле шул балаларҙың шатлыҡтары, борсолоуҙары менән йәшәп ятыуыбыҙ. Ошо көндәрҙә икенсе малайым БДИ тапшыра, шуның өсөн бик борсолам, артабан уҡытырға ине, — ти ул.
Людмила Тимербаева — Кәлтәй ауылының мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, ә ире Нефтекамаға йөрөп эшләй икән. Өлкән ҡыҙҙары, мәктәпте тамамлап, Екатеринбург ҡалаһында белем алыуын дауам итә. Ә иң бәләкәстәре — әсәһе янында.
Әсәләрҙе тәбрикләүҙең Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан үткәрелеүе осраҡлы түгел, әлбиттә. Сабыйҙар өсөн иң ҙур яҡлау, ҡурсалау һәм хәстәр — ғаиләлә, ата-әсә ҡосағында.


Вернуться назад