Байрамдар ҙа уртаҡ22.12.2011
Байрамдар ҙа уртаҡӨфө дәүләт нефть техник университетының сит ил студенттары араһында матур йола йәшәй – төрлө дәүләт һәм милләт байрамын улар бергә үткәрә. Анголаның Бойондороҡһоҙлоҡ көнө лә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Университеттың бәләкәй залында Африка дәүләттәре вәкилдәре, Рәсәй, Ҡытай, Индонезия һәм башҡа ил студенттары йыйылды. Сарала декандар, уҡытыусылар ҙа ихлас ҡатнашты.
Кисәне алып барыусылар Анголаның азатлыҡ яулау тарихы, мәҙәниәте, милли флагы, Рәсәй менән хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне. Ангола студенттары дәүләт гимнын йырлап ишеттерҙе.
– Тыуған яғынан ситтә йәшәп тә, үҙ мәҙәниәтен ҙурлаусылар ихтирамға лайыҡ, – тине университеттың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идаралығы начальнигы, сит ил уҡыусылары менән эшләү буйынса декан Наил Чанышев.
Тау-нефть факультеты деканы Айрат Хафизов йәштәргә тырышып белем алыуҙарын, киләсәктә тыуған илдәре мәнфәғәтенә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләне.
Йәштәр концерт та әҙерләгәйне. Индонезия, Колумбия студенттары милли йырҙарын башҡарҙы, Африканың Ангола, Сомали, Конго, Кот-д’Ивуар илдәре йәштәре дәртле бейеүҙәрен күрһәтте. Тамашасылар үҙенсәлекле сығыштарҙы дәррәү алҡышланы, фотоға һәм видеоға төшөрҙө, Анголаның милли аш-һыуынан ауыҙ итте.
Александра АРЫТҠОЛОВА.


Вернуться назад