Тәүге көндән үк янъял30.05.2013
Алдан күпме генә аңлатыу эше алып барылмаһын, быйылғы БДИ-ның тәүге көнө үк янъял менән башланды: һынауға тиклем Интернетта имтихан хаҡында мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгән.

Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры, был хәлде дөрөҫләп, уны асыҡлауға хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәлеп ителеүе тураһында белдерҙе. Имтихан ҡағиҙәһен боҙған уҡыусыларҙың эше ғәмәлдән сығарыласаҡ, улар һынауҙы киләһе йыл ғына яңынан тапшыра аласаҡ. Хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйған ойоштороусылар ҙа язаһыҙ ҡалмаясаҡ.
Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса һынауҙы иң тәүҙә “бөтөн Рәсәйҙән алда йәшәгән” Алыҫ Көнсығышта тапшырҙылар. Ундағы “йүнсел”дәрҙең тырышлығы менән илдең үҙәгендә таң атып килгән мәлдә имтихандың варианттары Интернетҡа ҡуйылып өлгөргән. Был ғына түгел, селтәрҙә ҡайһы бер яуаптарҙың БДИ-нан бер тәүлек алда күренеүе лә билдәле булған.
Педагогтар Мәғариф һәм фән министрлығының тәртип булдырыуын һорай. Ғауға Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевҡа тиклем барып етте. Ул вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә имтихан ҡағиҙәһен боҙған уҡыусыларҙың эшен ҡабул итмәҫкә, урындарҙа БДИ-ның нисек ойошторолоуын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа саҡырҙы.
Власта ултырған ҡайһы берәүҙәр Имтихан мәғлүмәттәрен Интернетта урынлаштырыу ҡабатланмаһын өсөн илдәге ваҡытты ла берҙәм итеү кәрәк тип иҫәпләй: һынауҙы бөтөн уҡыусылар бер мәлдә тапшырырға тейеш. Әммә был балаларҙың хоҡуғын боҙа, сөнки төбәктәргә тәүлектең төрлө ваҡыты тап киләсәк. Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрын вазифаһынан бушатыуҙы талап итеүселәр ҙә бар. Әммә, системалылыҡ булмағас, үрҙә әйтелгән саралар менән генә илдә тәртип урынлаштырыу мөмкинме?


Вернуться назад