...Хоҙай бүләк иткән ҡабатланмаҫ һәләттәрен үҫтереү өсөн туҡтауһыҙ эшләгән, һайлаған юлдарында бик юғары уңыштарға өлгәшкән кешеләр һәр тармаҡта һәм төбәктә осрай. Шуларҙың береһе Йәрмәкәйҙә, район үҙәгенән утыҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан Уҫманташ ауылы урта мәктәбендә химиянан уҡыта. Мәскәүҙә яратҡан дәресен бик матур итеп үткәреп, Рәсәй баш ҡалаһының күренекле ғалимдарын шаҡ ҡатырған педагогтарҙың береһе ул.
Римма Сәлихйән ҡыҙы ошо уҡ райондың Һуҡҡул ауылында тырыш, татыу Шәйхуллиндар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған. 1985 йылда йәш белгес Йәрмәкәйҙә район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә методист булып эшләй башлаған. 1988 йылда Рәтамаҡ ауылы егете — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлаған Фәнил Фәнис улы Ноғоманов менән тормош ҡороп ебәрәләр. Йәш ғаилә Уҫманташта төпләнә.
Шул ваҡыттан алып, сирек быуат самаһы, Римма Сәлихйән ҡыҙы бындағы урта мәктәптең 5 – 7-се кластарында химиянан белем бирә. Ағасты емешенә, остазын шәкерттәренә ҡарап беләләр: уның бик күп уҡыусылары төп имтихандарҙың береһе тип химия иҫәпләнгән юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында белем алған, әле лә шунда барырға йыйыналар. Бөгөн уларҙың байтағы медицина өлкәһендә, нефть һәм нефть эшкәртеү тармағында эшләй, араларында яратҡан уҡытыусыларының эшен дауам итеүселәр ҙә бар.
Быйыл да юғары уҡыу йорттарына имтихан тоторға йыйынған бер нисә сығарылыш класы уҡыусыһы Римма Ноғомановаға өҫтәлмә дәрескә йөрөй. Алена Никитина менән Татьяна Христофорова – Уҫманташтан, ә бына Азалия Бәҙәмшинаны атаһы бынан 25 саҡрымдағы Һуҡҡулдан алып килә.
— Римма Сәлихйән ҡыҙы дәрестәрҙе иҫ китмәле мауыҡтырғыс һәм бик аңлайышлы итеп үткәрә, — ти ҡыҙҙар.
Мәскәүҙә “Минең иң яҡшы дәресем” тигән конкурс ойоштороласағын Римма Ноғоманова Интернеттан белгән. Был сарала үҙен мотлаҡ һынап ҡарағыһы килгән. Шуға ла баш ҡалаға тейешле документтар – конкурста ҡатнашырға теләк белдергән ғаризаһын, “Һелте барлыҡҡа килтереүсе металдар” тигән дәресенең планын, сценарийын, слайдын, видеоматериалын ебәргән. Оҙаҡламай саҡырыу ҙа алған. Район хакимиәте, үҙ вәкиленең баш ҡала кимәлендәге сарала ҡатнашыуын хуплап, юл һәм йәшәү сығымдарын ҡаплауҙа ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән.
Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында педагогтарҙың профессиональ оҫталығын асыҡлау мөмкинлеге биргән бындай конкурстар Мәскәүҙә етенсе йыл рәттән уҙғарылды. Ойоштороусылары — Менделеев мираҫы фондының хәйриә ойошмаһы, Д.И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия технологияһы университеты, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү өлкә дәүләт университеты, “Рәсәй мәғарифы хәбәрсеһе” журналы редакцияһы.
— “Минең иң яҡшы дәресем” конкурсы дүрт этаптан тора: тәүгеһе – конкурс үҙе, икенсеһе – профессионаллекте камиллаштырыу курсында уҡыу, өсөнсөһө – Мәскәүҙең иң яҡшы белем биреү йорттарына барыу һәм дүртенсеһе – тәжрибә уртаҡлашыу, — тип һөйләй Римма Сәлихйән ҡыҙы. – Унда урыҫ теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, музыка, һүрәт төшөрөү сәнғәте, математика, физика, химия, биология, география, информатика, иҡтисад һәм башланғыс класс уҡытыусылары, шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә ҡатнаша ала.
Рәсәй кимәлендәге был мәртәбәле сарала быйыл Башҡортостан ҡыҙы Римма Ноғоманованың дәресе илебеҙҙең төрлө тарафынан йыйылған утыҙ уҡытыусы араһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылған һәм өсөнсө урынды яулаған.