Эҫелә йөк ташыма29.05.2013
Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлы идаралығы 1 июндән 31 авгусҡа тиклем көндөҙгө һауа температураһы 32 градустан юғарыраҡ булған осраҡта асфальт-бетон япмалы федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдарынан ауыр йөк ташыған транспорт сараларының хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү тураһында хәбәр итә. Бындай транспортҡа дөйөм файҙаланыуҙағы юлдан сәғәт киске 10-дан иртәнге 10-ға тиклем йөрөргә рөхсәт ителә. Көндөҙ транспортты ҡуйыу һәм ял итеү өсөн майҙансыҡтар булдырылды. Уларҙың исемлеге менән идаралыҡтың http://www.ud-ufa.ru сайтында танышырға мөмкин.
М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Өфө ҡалаһын көнбайыштан ураусы юл, Р-240 Өфө—Ырымбур автомобиль юлдарынан транспорт саралары хәрәкәте мәсьәләһе буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән (347) 228-12-18 телефоны йәки [email protected] электрон адресы аша мөрәжәғәт итергә була.


Вернуться назад