Хеҙмәте — быуындар күңелендә29.05.2013
Һуңғы йылдарҙа республикала фәнгә ынтылған, ғилми эш менән шөғөлләнгән уҡыусылар, йәштәр арта. Уларға этәргес биргән педагогтарҙың хеҙмәте һоҡланыу, ғорурлыҡ тыуҙыра. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында химиянан уҡытҡан Әлиә Мәхмүтова тап шундай баһаға лайыҡ.
Һөнәрен мөкиббән яратҡан, талапсан, алдынғы педагог гимназияла 14 йыл эшләү дәүерендә бихисап балала үҙ предметына һөйөү тәрбиәләне, киләсәккә йүнәлеш бирҙе. Үҙе лә туҡтауһыҙ эҙләнеү юлында. Әйтәйек, аныҡ фәндәр буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында “Буласаҡ ғалимдарҙың остазы” номинацияһында еңеү яуланы, Д. Зиминдың “Династия” фондының Почет грамотаһына, грантына лайыҡ булды, ил кимәлендәге төрлө конференцияларҙа сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Уҡыусылары менән бер нисә йыл рәттән “Планета эрудиттары” марафонында еңгәне өсөн Әлиә Шәрифулла ҡыҙының исеме Бөтә Рәсәй мәғлүмәт порталының “Рәсәй уҡытыусыларының Почет таҡтаһы”на индерелде. Ғөмүмән, һанай китһәң, педагогтың уңыштары бихисап. Улар, әлбиттә, еңел генә бирелмәгән, йоҡоһоҙ төндәр, уҡыусылар менән ваҡытты йәлләмәй эшләү, яңылыҡҡа ынтылыу аша яуланған.
Әлиә Мәхмүтова — Белорет районының Йөйәк ауылы ҡыҙы. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, бер аҙ Инйәр урта мәктәбендә уҡыта, унан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына килә. “Бында йөҙөп эшләргә мөмкин, — ти Әлиә Шәрифулла ҡыҙы. — Фәнгә ылыҡҡан уҡыусылар күп, улар, үҙҙәре тема табып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашырға теләк белдереп тора. Илдең төрлө ҡалаларында уҙғарылған олимпиадаларҙа бихисап грамота, диплом алдылар”.
Йәш быуындың республикаға, илгә кәрәкле, камил шәхес булып етешеүен маҡсат итеп алған Әлиә Мәхмүтованың һәр дәресе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтә. Кешелекле, уңған педагогты уҡыусылары яҡын күрә, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә.
Белем усағында эшләмәгән, балалар менән йыш аралашмаған кешеләр өсөн, бәлки, уҡытыусы һөнәре ябай шөғөл кеүек тойолалыр. Ләкин һис тә улай түгел. Уның эше күп яҡлы, ҙур көс һалыуҙы талап итә, һөҙөмтәһе лә тиҙ генә күренеп бармай. Әммә иң мөһиме — был хеҙмәт киләһе быуындар күңелендә дауам итә, тимәк, ҙур хөрмәткә лайыҡ. Был һүҙҙәр химия уҡытыусыһы Әлиә Мәхмүтованың эшмәкәрлегенә лә туранан-тура ҡағыла.