Йәмғиәттә әйҙәүсе көстәрҙең береһе булараҡ, уҡытыусы һәр яҡлап өлгө күрһәтергә тейеш. Иҫке Муса мәктәбе директоры Нуриман Үлйәбаев — тап шундайҙарҙан: ихлас, ярҙамсыл, хәстәрлекле, тырыш, абруйлы.
Нуриман Исмәғил улы беҙҙең ауылда 12-се йыл эшләй. Баймаҡ ҡалаһы егете ул.
— Ғаиләлә алтынсы бала булып үҫтем, — ти әңгәмәсем. — Атай-әсәйебеҙ беҙҙе әҙәпле, эшһөйәр, рухлы, көслө ихтыярлы итеп тәрбиәләне. Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыялландым. Ошо маҡсатым мине Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетына алып килде.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес тыуған яғына юллана. Уны Этҡол мәктәбенә математика һәм физика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Оҙаҡ та үтмәй, тырыш егеттең һәләтен тойомлаған район етәкселеге Нуриман Исмәғил улын Таһир мәктәбенә директор итеп күсерә. Әлбиттә, яуаплы вазифаны йөкмәү бигүк еңелдән булмай, шуға ҡарамаҫтан, егет эшкә ең һыҙғанып тотона. Мәҫәлән, 1991 йылда, илдә ҙур үҙгәрештәр барған мәлдә, биш ай эсендә ике ҡатлы яңы мәктәп төҙөтөүгә өлгәшеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Шулай һәр саҡ эҙләнә, заман менән бергә атларға, яңы технологияларҙы үҙләштерергә, уҡыу йортоноң матди техник базаһын нығытырға тырыша йәш директор. Педагогтарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, белемен камиллаштырыу маҡсатын да тормошҡа ашыра.
Оҫта етәксене 1993 йылда Темәс ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар, унан район хакимиәтенә күсерәләр. Артабан Нуриман Үлйәбаевҡа Баймаҡ лицей-интернаты директоры вазифаһы йөкмәтелә. Ауыр һәм яуаплы эште ҙур тырышлыҡ менән башҡарған етәксе районда ғына түгел, республикала ла ҙур абруй ҡаҙана.
Беҙҙең Иҫке Муса мәктәбендә лә эш еңелдән булмай Нуриман Исмәғил улына. Белем усағына биш ауылдан килеп уҡыйҙар. Иң ауыры — уларҙы автобус менән ташыу. Директор был ҡатмарлы мәсьәләне тиҙ арала ыңғай хәл итте. Күп йылдар буш торған бүлмәләрҙе ремонтлатып, йыһазландырып файҙаланыуға тапшырыуы, бинаны йылытыу, һыу үткәреү эштәрен яйға һалыуы етәксенең тынғыһыҙ хеҙмәте хаҡында һөйләй. Беҙҙәге сығарылыш уҡыусыларының күбеһе белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итеүе лә — уҡытыу эшмәкәрлегенең уңышлы алып барылыуына аныҡ дәлил.
Мәктәп директоры ауыл халҡына, йәш быуынға рухи тәрбиә биреү йәһәтенән дә янып эшләй. Әйтәйек, мәсет һалдырыу өсөн белем усағының биләмәһенән урын бүлде. Һөҙөмтәлә Иҫке Муса ауылы халҡы бына өс йыл инде иман йортона йөрөй.
Нуриман Исмәғил улы — ғаиләһендә лә өлгөлө хужа, атай, олатай. Ҡатыны Римма Исхаҡ ҡыҙы менән ике ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп, ҙур тормош юлына баҫтырҙылар. Әле өс ейән-ейәнсәрҙе һөйөү бәхетенә эйә улар.
Һәр яҡлап өлгөлө Нуриман Исмәғил улын Иҫке Муса ауылы халҡы хөрмәт итә, терәк, таяныс итеп күрә. Ә бындай бәхеткә ысын хеҙмәт кешеһе генә лайыҡ.