Балалар баҡсаларының яҙмышы ҡабатланмаҫмы?29.05.2013
Күрше төбәктәрҙә булғанда, гел шуға иғтибар итәм: уларҙың бәләкәй ауылдарындағы мәктәптәр ябай шәхси йорттарҙан айырылмай тиерлек. Балалар бик үк ҙур ҙа, яңы ла булмаған бинала белем ала.
Шул саҡта күңелдә үҙебеҙҙең Башҡортостан өсөн ҙур ғорурлыҡ уяна. Беҙҙә бит һәр ауылда тиерлек өр-яңы, мөһабәт белем усағы бар. Оло юл буйынан үтеп киткәндә, был мәктәптәр әллә ҡайҙан балҡып, күренеп ултыра. Ауылы бик үк күҙгә салынмаған хәлдә лә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо белем усаҡтарының байтағы быйылғы уҡыу йылын тып-тын, буш көйө үткәрҙе. Әле, уҡыуҙар тамамланыуға табан барғанда, борсолоу артты: киләсәктә тағы ла күпме мәктәпкә йоҙаҡ эленер? Еҙ ҡыңғырау сығарылыш класс уҡыусыларына ғына түгел, барлыҡ балаларға шылтыраманымы?
Уҡыусыларҙың киләсәге өсөн борсолоуҙарға мәктәп бинаһының яҙмышы хаҡында уйланыуҙар ҙа килеп ҡушыла. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, бәләкәй ауылдарҙағы белем усаҡтарының күбеһе күптән түгел генә төҙөлгән, барлыҡ уңайлыҡтары бар. Балалар таралышҡас, уларҙа тормош һүнәсәк. Тимәк, ҡасандыр гөрләп торған бина, ихата бер кемгә лә кәрәкмәгән урынға әйләнәсәк.
“Беҙҙең мәктәпте ябырға уйлайҙармы ни? Ярар, ни хәл итәһең. Бушап ҡалһа, малымды ҡыуып индерермен, исмаһам”, — тигәйне бер ауылдағы өлкән йәштәге ағай. Бәлки, мәрәкәләп кенә әйткәндер, әммә уның һүҙҙәрендә ысынбарлыҡ ярылып ята. Шул мәктәпте миҫал итеп алғанда ғына ла бихисап кире күренешкә шаһит булдыҡ: элек өлкән һәм уртансы класс уҡыусылары белем алған бүлмәләрҙәге парталар, өҫтәлдәр, шкафтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары башҡа мәғариф учреждениеларына таратып бирелгән, иҫкеләре генә ҡалған. Элеүле торған плакаттар бөгәрләнгән, йыртылған. Өҫкәрәк ҡуйылғанлыҡтанмы, әллә кәрәк тип тапмағандармы: әҙиптәрҙең, ғалимдарҙың фотолары ғына имен ине.
Йорт хужаһыҙ икән, уға “шайтандар” эйәләй башлай. Халыҡ араһында күпселектең “бармағы үҙенә ҡарай кәкре” булыуын иҫәпкә алғанда, ябылған мәктәптәрҙең барлыҡ тормош көтөргә яраҡлы әйберҙәрен ташып алып бөтәсәктәр. Буштан-бушҡа емереүҙәре лә ихтимал: ҡайһы бер ауылдарҙағы ярыҡ тәҙрәле биналар — быға асыҡ дәлил.
Ғөмүмән, барҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ. Әле буш торһа ла, киләсәктә был уҡыу йорттары кәрәк булыр бит. Балалар баҡсаларының яҙмышы ҡабатланмаҫ, тип кем тулы ышаныс менән әйтә ала? Кәрәкмәй тип, заманында уларҙы башҡа ойошмаларға таратып, хәҙер был тәңгәлдә ҙур ихтыяж кисерелә. Балалар баҡсаһы ҡайтарылып алынған хәлдә лә, уны төҙөкләндереү, санитар ҡағиҙәләргә ярашлы ҡайтанан тәртипкә килтереү өсөн бихисап сығым талап ителә. Федераль милеккә күсерелгән биналар иһә бөтөнләй ҡулдан ысҡындырылды. Яңы балалар баҡсаларын төҙөү күпкә отошлораҡ булып сыҡты. Һөҙөмтәлә әле күпме ата-әсә, сабыйын өйҙә тәрбиәләргә, тимәк, эш урынын юғалтырға мәжбүр.
Балалар баҡсаларындағы ошондай хәлдең бер нисә йылдан мәктәптәргә килеп етерен берәү ҙә инҡар итә алмай. Ваҡытлыса буш торған белем усаҡтарына һаҡсыл ҡараш булһын ине. Республиканың Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, был учреждениелар муниципаль милеккә ҡарай һәм уларҙың торошо өсөн урындағы власть яуап бирә.
Вадим ХИСАМИТДИНОВ, эшсе, Баймаҡ районы:
— Мәктәпте ябалар икән, ауыл да бөтә: “белем усағы ваҡытлыса ябыла” тигән һүҙҙәрҙең тормошҡа ашмауы ихтимал. Тимәк, ни ҡәҙәр яңы, заманса булмаһын, учреждение ауыл менән бергә юҡ буласаҡ. Уны һаҡлауҙың кәрәге лә ҡалмаясаҡ. Иң мөһиме — йәштәр ауылда төпләнһен.
Радмир СОЛТАНОВ, Салауат районы:
— Минеңсә, буш торған биналарҙы башҡа ойошмаларға, эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирергә кәрәк. Әммә улар мәктәп бинаһының бүленешен боҙмаһын — аҙаҡ балалар баҡсаларын ҡайтарып алғандағы проблема тыуыуы ихтимал. Һәр хәлдә, буш ҡалған бинала тормош һүнергә тейеш түгел.
Әгәр арендаға биреү мөмкинлеге лә юҡ икән, белем усағын халыҡ һаҡлап тоторға тейеш. Был йәһәттән республиканың Мәғариф министрлығы ла ниндәйҙер сара күрһен ине. Беҙҙең халыҡ күпселек осраҡта юғарынан килгән күрһәтмәгә генә буйһона бит.