Йәштәр ҡайтыр тигән өмөт бар29.05.2013
Йәштәр ҡайтыр тигән өмөт барАуыл ерендә мәктәптәрҙең ябылыуы тураһында күп яҙабыҙ. Бының төп сәбәбе — йәштәрҙең ситкә китеүе. Улар тыуған төйәгендә йәшәргә ҡалһа һәм балалар үҫтерһә генә белем усаҡтары гөрләп эшләйәсәк.

Был йәһәттән Баймаҡ районы ниндәйҙер кимәлдә өлгө булып тора. Һуңғы ваҡытта төбәктә ауылдарҙың социаль хәлен яҡшыртыуға иғтибар артты. Киләһе уҡыу йылына районда өс яңы мәктәп асырға ниәтләйҙәр.
Уларҙың береһе Иҫәнбәттә буласаҡ. Райондың төпкөлөндә ятҡан был ауылға автобус йөрөмәй, юл насар. Мәктәптең ныҡ иҫке булыуы, уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн күп уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуына ҡарамаҫтан, яңыһын төҙөүҙе һуҙып килделәр. Һөйөнөскә күрә, “2012 — 2015 йылдарҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү” программаһына ярашлы, Иҫәнбәттә быйыл социаль комплекс төҙөлә башланы. Унда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, спорт залы, айырым ҡаҙанлыҡ буласаҡ. Бинаның тәҙрәләре, ишектәре әҙер. Әле “Новатор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре (етәкселәре — Дамир Кәримов) ҡыйыҡ ябыуға тотонған. Егәрле һәм тырыш төҙөүселәр — Сабит Талипов, Сәмиғулла Яҡупов, Тимерғәле Бүләкәнов, Рәфҡәт Асҡаров, Иҙел Рахманғолов — балалар яңы уҡыу йылын заманса белем усағында башлаһын өсөн барлыҡ тырышлығын һала, ял көндәрендә лә эшләй.
Әле мәктәптә 18 бала уҡый. Киләсәктә был һандың артыуы көтөлә. Ауылда сабыйҙарҙың күп булыуы сәбәпле, ата-әсә иҫке мәктәпте балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеү, төҙөкләндереү яҡлы. Уны шәхси кескәйҙәр учреждениеһы итеү теләге менән яныусылар ҙа юҡ түгел. Иҫәнбәттәрҙең был хыялы тормошҡа ашһа, йәштәр ҙә ауылда күпләп ҡаласаҡ, тигән өмөт бар.


Вернуться назад