2012/13 уҡыу йылы ниндәй мөһим ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды? Яңылыҡтар педагогик йәмғиәт, халыҡ тарафынан нисек ҡабул ителде? Алда ниндәй бурыстар көтә? Балаларҙың йәйге ялын үткәреүгә әҙерлек нисек бара? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера ВӘЛИЕВА асыҡлыҡ индерҙе.
— Сираттағы уҡыу йылы тамамланыуға табан бара. Ул ниндәй мөһим ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды, Венера Фәрит ҡыҙы?
— 2012/13 уҡыу йылы, әлбиттә, тәү сиратта “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ҡул ҡуйылыу менән тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Белеүегеҙсә, төп ҡанунда Башҡортостандан ебәрелгән тәҡдимдәр иҫәпкә алынды. Әле төбәктәге мәғариф буйынса законды федераль үҙәктекенә ярашлы яңыртыу эше бара. Был йәһәттән айырым төркөм булдырылды. Проект, ентекле өйрәнелеп, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тапшырылды. Кисә ул Парламентта тәүге уҡыуҙа ҡаралды.
Уҡыу йылының тағы ла мөһим ваҡиғаларына килгәндә, балалар баҡсалары, уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы артты. Был йәһәттән эш артабан да дауам итәсәк.
Ғөмүмән, мәғариф өлкәһендә яңылыҡтар көн дә тиерлек булып тора. Ил, республика кимәлендә үткән саралар, уҡыусыларҙың, педагогтарҙың уңыштары, еңеүҙәре — быларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн ифрат мөһим, ҡыуаныслы ваҡиғалар булып иҫтә ҡаласаҡ.
— Ә тел мәсьәләһенә килгәндә?
— Белеүегеҙсә, “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законда граждандарҙың туған телдә белем алыу, уны өйрәнеү хоҡуғы һаҡлана. Республика ҡанунында ла был төп принцип үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе ойоштороу ҙа федераль белем биреү стандарттары сиктәрендә һаҡланасаҡ. Былар, әлбиттә, быға ҡәҙәр алып барылған эште тағы ла көсәйтеү бурысын ҡуя.
— Мәҫәлән, уҡыу әсбаптарын яңыртыу йәһәтенән.
— Эйе. Заман һынауын үткәндәр менән бер рәттән вариатив дәреслектәр булдырыу буйынса эшләйбеҙ. Ғөмүмән, быйылғы уҡыу йылынан алып мәктәпкә, уҡытыусыларға әсбапты һайлап алыу хоҡуғы бирелде. Был дөрөҫ юл тип иҫәпләйем, сөнки уҡытыусыларҙың, балаларҙың ҡарашынан, мөмкинлегенән сығып эш ителә.
Әсбаптар өсөн федераль ҡаҙнанан да, республиканыҡынан да тейешле күләмдә аҡса бүленә. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Әммә яҡын киләсәктә берҙәм көс менән яңы ҡанундың талаптарына ярашлы дәреслектәр, методик әсбаптар ҡулланылышҡа инер тигән ышаныстабыҙ.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыу йылы тик ыңғай яңылыҡтар менән һөйөндөрмәне, киреләре лә булды. Әйтәйек, мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу сәбәпле байтаҡ уҡытыусы, айырыуса ауылдыҡылар, эшһеҙ ҡалды. Уларға республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан ярҙам күрһәтеләме?
— Балалар һаны аҙ булыу сәбәпле ҡулайлаштырылыуға дусар булған мәктәптәр мәсьәләләре буйынса хаттарҙы күп алырға тура килә. Уларҙа борсолоуҙар, һорауҙар сағылыш таба. Барыбыҙ өсөн дә ауыр мәлдә уҡытыусыларға һәр яҡлап булышлыҡ итергә тырышабыҙ. Тәү сиратта, эшһеҙ ҡалған педагогтарға башҡа белем биреү учреждениеһында урын табыуҙа ярҙам күрһәтелә. Кластарҙы нормативтарға ярашлы комплектлау ҙа уҡытыусыларҙы етерлек йөкләмә менән тәьмин итә. Уларға шулай уҡ мәғариф учреждениеһына кәрәкле бүтән специальность буйынса әҙерлек үтеү мөмкинлеге бирелә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте аша башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштереү юлы ла бар.
Быларҙан тыш, район, ҡала хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтары мәсьәләне яйға һалыу буйынса төрлө йүнәлеш эҙләй, үҙ алымдарын булдыра.
— Мәғарифта тағы ла бер башланғыс — дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре дәресен индереү — уҡыу йылының төп яңылыҡтарының береһе булды.
— Ул да, башҡа үҙгәрештәр кеүек үк, йәмғиәттә төрлө ҡараш тыуҙырҙы. Ҡыҙыу фекер алышыуҙар һаман да туҡтамай.
Яңы фәнде республикала 42 950 IV класс уҡыусыһы өйрәнде, 34 сәғәтлек курс үтте. Белеүегеҙсә, предмет алты йүнәлештән тора. Республика уҡыусыларының күбеһе донъяуи этика нигеҙҙәрен һайланы, унан — донъя диндәре тарихы, Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре һәм башҡалар килә. Баланың предметты нисек ҡабул итеүе тәү сиратта уҡытыусының һөнәри оҫталығынан тороуын күҙ уңында тотоп, педагогтарҙы әҙерләү эшенә ҙур иғтибар бүлдек. Уҡыу-методик, мәғлүмәти йәһәттән ярҙам күрһәтеү, кәңәш биреү урыны итеп Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты һайланды. Унда дүрт меңдән ашыу педагог (күбеһе — башланғыс класс уҡытыусылары) әҙерлек курсы үтте. Уҡыуҙарҙа православие һәм мосолман дини берекмәләре вәкилдәре дәрес бирҙе.
— Предметты киләһе уҡыу йылында өйрәтеүгә әҙерлек нисек бара?
— Быйылғы кеүек үк педагогтарҙың квалификацияһын күтәреүгә, дәреслектәр алыуға аҡса бүленде. Ғөмүмән, яңы предмет башҡа дәрестәр араһында ныҡлы урынын тапты, тип әйтергә була. Уның өҫтөнлөктәрен кире ҡағыу мөмкин түгел: бала мәңгелек ҡиммәттәрҙе күңеленә һеңдерә, рухи донъяның бай тәжрибәһен өйрәнә икән, был киләсәктә тотош йәмғиәтебеҙҙә сағылыш табасаҡ, тигән һүҙ.
— Ғөмүмән, әҙәп, әхлаҡ, рух, илһөйәрлек һәр дәүерҙә лә иң юғары көс булған. Һуңғы йылдарҙа уларға иғтибар артты. Башҡортостандың белем биреү ойошмаларында быйылғы уҡыу йылында ошо йәһәттән ниҙәр башҡарылды?
— Рухи төшөнсәләргә иғтибар, ысынлап та, артты. Әммә шуны билдәләп китер инем: белем усаҡтарында был юҫыҡта эш бер ҡасан да туҡтатылманы. Балала әҙәп, әхлаҡ, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү — ғаилә менән берлектә уҡытыусының иң төп бурыстарының береһе.
Йәштәрҙең күңеленә изге төшөнсәләрҙе һалыуҙа мәктәп музейҙарының өлөшөн билдәләп китергә кәрәк. Әле республикала ошондай 600 тирәһе тәрбиә һәм рух мөйөшө бар. Уларҙың 119-ы “Башҡортостандың иң яҡшы мәктәп музейы” тигән исем йөрөтә. Күбеһе Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи каталогына индерелгән.
Мәктәптәрҙә илдең, төбәгебеҙҙең дәүләт символдарын өйрәтеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Күп сараның ике гимндан башланыуы ла юғары тәрбиәүи көскә эйә.
Белеүегеҙсә, республикала рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән байрамдар, конкурстар, осрашыуҙар күп ойошторола. Мәҫәлән, йолаға әйләнгән “Башҡортостан ынйылары”, “Өсөнсө меңйыллыҡ пионерҙары” фестивалдәренең, йәш экскурсоводтарҙың “Бәләкәй Тыуған илем буйлап”, Республика көнөндә үткәрелгән “Ватаныма йыр бағышлайым” конкурстарының, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәй-геһенең һәм башҡа сараларҙың йәш быуынды тыуған төйәгенә яҡынайтыуҙа өлөшө ифрат ҙур. Быйылғы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында тыуған яҡты өйрәнеү һәм туристик йүнәлешле ойошмалар хаҡында айырым әйтеп үтеү кәрәктер. Республикала ошондай бурыс йөкмәгән 1250 тирәһе берләшмә бар. Уларҙа 23 меңдән ашыу уҡыусы тикшеренеү һәм эҙләнеү эшенә йәлеп ителгән. Йыл да үткәрелгән “Ватан юлдары менән” исемле тыуған яҡты өйрәнеү конференцияһында балаларға юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, билдәле ғалимдар менән аралашыу бәхете тейә.
Быйыл балаларға өҫтәмә белем биреү тармағының 95 йыллығын билдәләнек. Был йәһәттән дә республикала, райондарҙа төрлө саралар ойошторолдо.
Илһөйәрлек тәрбиәләүҙең белем усаҡтарында ғына түгел, балаларҙың ял итеү урындарында ла тормошҡа ашырылыуы мөһим. Был йәһәттән “Тыуған төйәкте тикшереүселәр”, “Йәш ҡотҡарыусы” һәм башҡа лагерҙарҙың уңышлы эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк.
— Лагерь тигәндәй, балаларҙың быйылғы йәйге ялын һөҙөмтәле үткәреү өсөн ниҙәр эшләнде?
— Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард 468 мең һум аҡса бүленде. Былтырғы менән сағыштырғанда, 75 миллион һумға күберәк. Ғөмүмән, уҡыусыларҙың 96 процентын һөҙөмтәле, файҙалы ял иттереү күҙаллана.
Һәр ваҡыттағыса, иң тәүҙә мәктәптәрҙә көндөҙгө ял үҙәктәре эш башлаясаҡ. Балаларҙы шулай уҡ хеҙмәт һәм ял, һаулыҡты нығытыу, профилле лагерҙар көтә. Илле меңдән ашыу үҫмер ҡаланан ситтә, тәбиғәт ҡосағында ял итә аласаҡ. Етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балалар, һәр ваҡыттағыса, иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Уҡыусыларҙың йәйге ялын файҙалы, һөҙөмтәле итеп үткәреү ата-әсәнән дә ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сер түгел: ҡалала йәшәгәндәрҙең күбеһе балаһын ауылға, олатаһы-өләсәһе янына ҡайтарырға тырыша. Ошо йәһәттән күптән түгел республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә мәҙәниәт йорттарының эшмәкәрлеген көсәйтеү хаҡында әйтелде. Уларҙа каникул мәлендә ҡайтҡан балаларға төрлө күңелле һәм файҙалы саралар ойошторолорға тейеш.
“Комендант сәғәте” лә эшен көсәйтәсәк.
Уҡыусыларыбыҙҙың йәйге ялын һөҙөмтәле үткәреп, киләһе уҡыу йылына ныҡлы көс менән аяҡ баҫыуын теләргә ҡала.
— Ә әлегә сығарылыш класс уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың төп иғтибары Берҙәм дәүләт имтихандарына йүнәлтелгән. Һынауҙа үҙгәрештәр юҡмы?
— БДИ-ны үткәреү ҡағиҙәләренә бер ни тиклем яңылыҡ индерелде. Беренсенән, һынауҙың электән килгән тәртибе үҙгәрҙе. Имтихан быға тиклем һайлап алынған предметтан башлана торғайны. Хәҙер иһә тәүҙә мотлаҡ һаналғаны тапшырыла, унан — теләк буйынса бирелгәне.
Икенсенән, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ҡарары менән БДИ-ның барлыҡ предметтарынан алдан уҡ минималь балдар билдәләнде. Был имтихан һөҙөмтәләрен эшкәртеүҙе еңелләштерәсәк тип көтөлә. Шулай уҡ ҡайһы бер һынауҙарҙы үткәреү ваҡытында ла үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, элек урыҫ теленән имтихан өсөн өс сәғәт бүленә торғайны, хәҙер уға тағы 30 минут өҫтәлде. Ә дүрт сәғәт үткәрелгәндәрҙең ваҡыты, санитария ҡағиҙәләренә ярашлы, биш минутҡа ҡыҫҡартылды.
Тағы ла шуныһы: ҡайһы бер предметтар буйынса контроль-үлсәү материалдарының төҙөлөшө үҙгәрҙе. Был айырыуса тарих фәненә ҡағылды. Шулай уҡ әҙәбиәт, урыҫ теле, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, география буйынса бер ни тиклем үҙгәрештәр бар.
Яңылыҡтарҙың барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Мәғлүмәтте эшкәртеү төбәк үҙәге вәкилдәре менән осрашыуҙар ойоштороп, сығарылыш класс уҡыусыларына киң аңлатыу эше алып барылды. Барлыҡ белем биреү учреждениелары ла тиерлек рәсми сайтында БДИ тураһында мәғлүмәт урынлаштырҙы, район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтарында “ҡыҙыу бәйләнеш” асылды, мәктәптәрҙә ата-әсә ҡатнашлығында дөйөм йыйылыштар булды. Дәүләт имтиханын ойоштороуға йәлеп ителгән яуаплы кешеләр алдан әҙерлек үтте.
Республиканың Мәғариф министрлығында февралдән алып “ҡыҙыу бәйләнеш” (8(347) 272-08-55, 273-20-87) эшләй — белгестәр телефон аша халыҡтың төрлө һорауына яуап бирә. Берҙәм дәүләт имтиханын ошолай берҙәм көс менән уңышлы атҡарып сығырға яҙһын.