Хаҡтар артыуы араны өҙмәһен29.05.2013
Хаҡтар артыуы араны өҙмәһен"Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы – Башҡортостандың федераль почта элемтәһе идаралығы ойошторған "Матбуғатҡа яҙылыусы көнө" бүтән ваҡытта район һәм ҡалаларҙың мәҙәниәт йорттарында үтә торғайны. Был юлы ул почта бүлексәләрендә уҙҙы. Почта хеҙмәткәрҙәрен урынынан ҡуҙғатырға, төрлө кәрәк-яраҡты күсереп йөрөтөргә кәрәкмәй – шул яғы менән бигерәк тә уңайлы.

Беҙ юл тотҡан Шишмә районында гәзитебеҙ 202 дана тарала. Әлбиттә, төбәктә 10 меңгә яҡын башҡорт йәшәгән район өсөн был әллә ни күп түгел.
Шишмә ҡасабаһының почта бүлексәһенә халыҡ килеп-китеп тора. Кәшфиә Мәүлетйәнова әйтеүенсә, ул иң беренсе коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысын ҡаплай, шунан ғына икенсе эштәрен хәстәрләй. Электр энергияһын ҡулланғаны өсөн түләгәйне, кеҫәһе һиҙелерлек таҡырайҙы. Тимәк, форсаты сыҡҡан хәлдә лә нәҡ шул көндә гәзит йәки журналға яҙыла алманы. Депола эшләгәндә "Башҡортостан" гәзитен һәр саҡ алдырған, ләкин һуңғы йылдарҙа баҫма менән бәйләнеше өҙөлгән. Сәбәбе – хаҡтарҙың тешләшеүе. 1 апрелдән матбуғатҡа яҙылыу хаҡының тағы ла артыуы хаҡында әйткәйнек, аптырауының сиге ҡалманы. Ә бына уҡытыусы Ирназар Түләгәнов киләһе ярты йыллыҡҡа ла яҙылырға булды.
Дәүләкән ҡалаһында ла сара ойошҡан уҙҙы. Бында ла гәзитебеҙ шул сама (197 дана) тарала. Уның ҡарауы, төбәктә милләттәштәребеҙ – 15 меңдән ашыу. Уйланырға урын бар, әлбиттә...


Вернуться назад