Бала саҡ вальсы28.05.2013
Бала саҡ вальсыӨфө мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһынан һуң “Яҙғы бал”ға йыйылды. Совет майҙанында ойошторолған был байрам төрлө быуын вәкилдәрен бергә тупланы.

Уҡыусыларҙы ҡотларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡалар килгәйне. Сығыш яһаған һәр кем йәштәргә аҡ юл, уңыштар теләне, уларҙың иленә, тыуған төйәгенә кәрәкле кеше булып етешеренә ышаныс белдерҙе.
“Яҙғы бал” — бейеү байрамы. Шатлыҡлы ла, һағышлы ла мәлен кисергән йәштәрҙең һәр сығышы тамашаға йәм өҫтәне. Мәктәп вальсына төшкән Өфө уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы.
Үҙәк урамдарҙа уҡыуҙы тамамлаған йәштәрҙең аллеяһы барлыҡҡа килде. Бер нисә тиҫтә метрлыҡ плакатта сығарылыш класс уҡыусыларының фотолары ҡуйылып, аҫтына уларҙың киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағы тураһында яҙылғайны. Күренеүенсә, йәштәребеҙҙең күбеһе инженер, программист һәм табип булырға теләй. Президент вазифаһына үрләргә теләгәндәр ҙә байтаҡ: 58!
Байрамдың үҙ ваҡыты. Кисә иһә сығарылыш класс уҡыусылары урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы.


Вернуться назад