Сибәркәйҙәр —байҙар ҡосағында28.05.2013
Сибәркәйҙәр —байҙар ҡосағындаЯңы заман яңы күренештәр тыуҙырҙы. Иркенлек, демократия елдәре иҫә башлағас, кем әйтмешләй, тоталитар режим ҡоршауы таралды, яман ғәҙәттәр өсөн быуа йырылды, “Ғаилә – ил ячейкаһы” тигән һүҙҙәр онотолдо. Элек сит ҡатындар менән йөрөгән ирҙе партия ойошмаһына, бюроға саҡыртып, партбилетын тартып алһалар, юғары вазифанан ҡолаҡ ҡаҡтырһалар, хәҙер – хөрриәт. Ник унда дүрт һөйәркә тотмайһың – бер кемдең дә шәхси тормошоңа ҡыҫылырға хаҡы юҡ. Шуға сал сәсле бабай 18 йәшлек ҡыҙ менән “аралаша” икән, уға бер кем дә һүҙ әйтә алмай, киреһенсә, маҡтап та ҡуялар – булдыра, йәнәһе…

Ҡәҙимдең (исеме үҙгәртелде) ҡатыны үлеп китте. Башта ир быны аңламаны, сөнки Хәлиҙә ауырыуға зарланмай ине. “Бөгөн бауырым сәнсә әле”, – тип әйткәнен ул ваҡытта ҡолағына ла элмәне. Ҡырҡ йәштән үткән кешенең ауыртмаған ере бармы ни инде? Ҡатыны һәйбәт булған икән. Ҡәҙим быны Хәлиҙәне ерләп ҡайтҡандан һуң бер аҙна үткәс төшөндө. Ике бала менән тол ҡалған ир кис яңғыҙы тупһаға сығып ултырыр ҙа ҡатынын юҡһыныр ине. Уның менән үткән һәр көн иҫкә төшөп, йөрәкте семетә, күҙҙән йәш сығара. Ә бит тормошто ҡалаҡ, табаҡ алыуҙан башланылар. Ярҙам итер кешеләре юҡ ине, һатып алынған һәр сынаяҡҡа һөйөндөләр, балалар тыуғас, күктә йөрөнөләр. Йылдар уҙғас, байлыҡ күренгәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла онотолдо. Ә ҡатыны иҫән саҡта ире уның барын да, юғын да, ҡәҙерен дә белмәне, бәлки, белергә лә теләмәгәндер. Эш-мәшәҡәт мөмкинлек тә бирмәне буғай. Хәйер, белмәне тип, аҡса-фәлән ҡатында ине, нимә алһа ла, ирҙән рөхсәт кәрәкмәне. Ғаилә башлығы ҙур вазифа биләй, хеҙмәт хаҡын да, башҡа керемен дә мул ала, шуға өйҙә аҡса мәсьәләһе тикшерелмәне.
Ҡәҙим эштән ҡайтыуға тәмле аш-һыу әҙер, балалар ҡаралған, күлдәк, салбар үтекләнгән. Донъя түңәрәк. Ир өндәшмәй генә ашай ҙа эшенә китеп юғала, төн уртаһында арып ҡайта. Ҡатын да ләм-мим: тыныс ҡына ғаилә, донъя йөгөн һөйрәй. Ни хикмәттер, ул Ҡәҙимдең “һулға” йөрөүенә лә иғтибар итеп бөтмәне, ахырыһы, тауыш ҡуптарғаны булманы, сөнки белә ине: ир барыбер уға ҡайтасаҡ. Һөйәркәләрҙән яҡшы ҡатын сығамы ни? Бәлки, күп нәмәнән ҡәнәғәтлек тә кисермәгәндер, наҙ, иғтибар етмәгәндер, әммә Ҡәҙимдең үҙ ҡатынына иркә һүҙ әйткәне булманы. Ул быны кәрәк тип һанамай ине – тормош былай ҙа етеш, тағы нимә талап ителә, йәнәһе.
Ир өсөн был ожмах мәңгелек кеүек ине. Ҡатыны үлгәндән һуң тәүге тапҡыр аш бешереп, һауыт-һаба йыйыштырғас, һыйыр һауғас, кер йыуғас, бала ҡарау нимә икәнлеген белгәс, аңланы – ҡатыны алтын булған. Уның ҡәҙерен белмәгәне өсөн күңелендә әллә ниндәй һыҙланыу хасил булды, ваҡыт-ваҡыт был донъяның кәрәкһеҙлеге, ҡатыны артынан теге донъяға китеү хаҡында уйланды. Йәшәүҙең мәғәнәһе, донъяның ҡыҙығы бөттө. Күҙ йәштәре сыға башланы.
Әммә балалар айнытты. Улар өсөн, ҡатынының мәңгелек иҫтәлеге хаҡына тормош көтөргә кәрәк ине. Йылға яҡын бер үҙе йәшәне, унан һуң бер нисә сибәр ҡатын менән танышты. Осрашып йөрөнөләр, әммә гүзәлкәйҙәр артыҡ “интеллигент” булды, ауылға килеп һыйыр һауып, 30 сутый баҡса эшкәртерлек, ике балаға наҙ бирерлек түгел инеләр. Шуға әкренләп һыуынды улар, сөнки былай осрашып йөрөүҙең артабан мәғәнәһе ҡалманы.
Ә бына Сажидә менән бөтөнләй икенсе хәл. Бер танышына ҡунаҡҡа барғас осратты ир уны. Ултырғыстары йәнәш тура килде. Беренсе һүҙҙәре үк ирҙең мейеһен томаланы. “Ҡәҙим, ҡәҙерлем, ана теге салфетканы ғына алып бирегеҙ әле”, – тине сибәр ҡатын, матур итеп йылмайып.
Йә, Хоҙай, 20 йыл ҡатын менән йәшәп, “ҡәҙерлем” һүҙен ишеткәне юҡ ине Ҡәҙимдең. Ул салфетканы алып бирҙе, ҡалғанын Сажидә үҙе эшләне: тәмле ризыҡтарҙы ирҙең алдына өйҙө, ара-тирә “яңылыш ҡына” түше менән иңбаштарын “тарап” уҙҙы. Ҡәҙимдең һушы китте. Төндә оҙатып ҡуйғанын ул саҡ хәтерләй, башы томан эсендә ине. Ҡапҡанан инеп китерҙән алда Сажидә шундай итеп ҡосаҡлап үпте, яҡында телефон бағанаһы булмаһа, ир ауған булыр ине.
Бына бит, әй! Икенсе, өсөнсө кистән һуң Ҡәҙимдең был ҡатын менән мәңге тораһы, ожмах эсендә йөрөгөһө килде. Әммә сибәркәйҙең ире бар ине, тик уның исемен Ҡәҙим белмәне – ҡатыны “ужым быҙауы” тип кенә атаны. Әммә мөхәббәткә кәртә юҡ, бер ни тиклем ваҡыттан һуң былар өйләнеште. Сажидә Ҡәҙимдең өйөнә йәшәргә килде. Балалары башта өйҙә ҡалһа ла, уларҙы ҡарау нигеҙҙә Ҡәҙимдең иңенә төштө, ә бит ҡатындың үҙенең дә ике бәләкәсе бар ине.
Тәүҙә улар һәйбәт кенә йәшәп китте. Йәш ҡатын иртән Ҡәҙимде үбеп уята, эшкә киткәндә тәҙрәнән тулы аҡ ҡулдарын болғап оҙатып ҡала. “Ҡәҙерлем”, “һөйөклөм” тигән һүҙҙәрҙе аҙым һайын ҡабатлай. Бер-ике айҙан һуң һүҙҙәр ялҡыта, ҡолаҡты “яра” башланы. Әммә уртаҡ улдары тыуғас, һөйөнөп бөтә алманылар. Бала тирәләй үҙҙәре лә сабый кеүек йүгереште. Баштараҡ йәш ҡатын баҡсала, аҙбарҙа йүгереп эшләп йөрөнө, быныһы айырыуса ҡыуаныс тыуҙырҙы. Әммә бер айҙан йәш ҡатын, төндә иренең беләгенә ятып:
– Һин – ҙур предприятие хужаһы, мин – түрә бисәһе. Нимәгә берәй хеҙмәтсе ялламаҫҡа? – тине.
Ялланылар, аҡса етерлек ине. Йәш ҡатын биҙәнеп-төҙәнеп өйҙә генә ятты.
Аранан ҡара бесәй ҡасан йүгерҙе икән? Ҡәҙим былар хаҡында әле лә уйлана. Тәүҙә үҙ ҡыҙының бойоҡлоғон күреүҙән башланды, буғай. Бала кисен күтәрмәлә бик күңелһеҙ генә ултыра ине.
– Нимә булды, ҡыҙым?
Яуап булманы. Унан һуң әкрен генә: “Сажидә апай әрләне”, – тине ҡыҙ. Ҡәҙимдең башына йәшен һуҡҡан кеүек тойолдо. Ул, үҙенең шәхси бәхетен уйлап, улы менән ҡыҙын онотҡан бит. Йәш ҡатын уларға бөтөнләй иғтибар итмәй башлаған. Малайы, ярай, көн буйы үҙе янында йөрөй, ә ҡыҙ бала гел үгәй әсәй менән көн уҙғара. Үҙ көндәрен үҙҙәре күрә, ҡыҫҡаһы. Әсә йылыһы юҡ.
Сажидә сит балаларға әсәй булырға теләмәне, биҙәнеп-төҙәнеп, түрә бисәһе булып йәшәй бирҙе. Үҙ балалары ире янында ҡалһа ла, уларҙы онотманы, ә Ҡәҙимдекеләр баҡсала эшләне, мал ҡараны, һауыт-һаба йыуҙы.
Ир быларҙы һуң белде. Улы менән ҡыҙының моңһоу күҙҙәрен күргәс, айнып китте ул. Сажидә менән ныҡлап һөйләшергә ине лә бит, әммә күҙен мөхәббәт томалаған – йылмайып торған ҡатынға ауыр һүҙ әйтергә ихтыяры етмәне. Ә бына Сажидәнең балаларына аҡса ҡыҙғанманылар, икеһенә лә Ҡәҙимдең иҫәбенә түләүле юғары белем алыуҙа ярҙам күрһәттеләр, башлы-күҙле иттеләр. Дөрөҫ, Ҡәҙимдең үҙ балалары ла уҡып, һөнәр алып, ғаилә ҡорҙо. Уларҙың тиҙерәк үҙ донъяһын булдырғыһы килгәйне, сөнки тыуған йортҡа юлды үгәй әсә бик тиҙ япты.
Бер көн килеп ирҙе эшенән алдылар, хеҙмәт хаҡы ла, башҡа керем дә бөттө. Шул көндән үк Сажидәнең һәм уның балаларының үҙенә ҡарата һыуынғанын тоя башланы ул. Иртә таңдан кискә ҡәҙәр Ҡәҙимгә ҡарата дәғүәләр яуҙы. Йә тегеһе эшләнмәгән, йә быныһы алынмаған. Ике арала әрепләшеү китте. Иргә тәрбиә, тыныслыҡ кәрәк ине. Өлкән йәштәге уҙаман өсөн ауыр көндәр башланды. Ул хәҙер йыш ҡына беренсе ҡатынын иҫкә төшөрҙө, уның менән үткән һәр минут алтын булған, ҡәҙерен белмәгәнмен икән, тип ғазаплы уйҙарға батты. Дөрөҫөн әйткәндә, йәшәгеһе килмәгән саҡтары ла күп булды. Кеше ҡәҙерен ауырлыҡ килгәс кенә аңлайһың икән шул.
Ә бер көн Сажидә айырылышыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Улай ғына түгел, өйҙө, байлыҡты бүлешергә кәрәк. Эшләмәгән, бер тин аҡса килтермәгән ҡатын Ҡәҙим йыйған байлыҡты бүлешәсәк, тимәк. Иҫәпләп ҡараһаң, бөгөн-иртәгә урамда тороп ҡалырға ла мөмкин бит. Ә йәш ҡатынға, уның балаларына киткән меңәр-меңәр һумдар елгә осто. Байлыҡ уртаҡ йыйылмаған урында мөхәббәткә лә урын ҡалмай бит.
“Ҡайҙа хата китте?” – тип уйлай Ҡәҙим. Яңылышмы, яҙмышмы был ғибрәтле тормош? Байлыҡ, аҡса алғы планға күскән был заманда һөйәркә тотоу ҙа, ҡатын алыштырыу ҙа ҙур яңылыҡ түгел, әлбиттә. Йәш, көслө ваҡытта биҙәнеп-төҙәнеп урамда баҫып торған йәш ҡатын кухняла, бала янында мәж килеп, үҙ-үҙен ҡарарға ла ваҡыт тапмаған бисәнән яҡыныраҡ, уның мөхәббәте лә көслөрәк кеүек тә ул. Әммә ысынбарлыҡта...


Вернуться назад