Асарбаҡтарға — йылы аш28.05.2013
Асарбаҡтарға — йылы ашБерәҙәктәрҙе һәр ҡалала осратырға мөмкин. Сафтарының йылдан-йыл йәшәрә барыуы бигерәк аяныс. Әммә бөгөн йәмғиәттә уларҙы һыйындырған һәм яҡлаған ойошмалар юҡ кимәлендә.

Сибай ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге коллективы иһә ауыр хәлдә ҡалған кешеләр яҙмышына битараф түгел. Тап уларҙың тырышлығы һәм башланғысы менән февралдә ҡалала социаль ашхана асылғайны, әле асарбаҡтарҙы аҙнаһына бер тапҡыр туҡландырыу мәсьәләһе хәл ителгән. “Урал аръяғы” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә ойошторолған йылы ашҡа килеүселәргә ошонда уҡ булдырылған “Әйберҙәр банкы”нан кейем-һалым бирелә, артабан медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙың һаулығын тикшерә. Асарбаҡтарға әлегә урамда ҡуйылған өҫтәлдәрҙәге ризыҡтан ауыҙ итергә тура килһә лә, артабан был изге ғәмәл айырым бинала йәки ашханала атҡарыласаҡ.
Асарбаҡтарға — йылы ашҮҙәк директоры Илһам Әбделғужин белдереүенсә, әлегә берәҙәктәрҙе һыйындырырға теләүселәр юҡ. Улар урындағы мәсет һәм сиркәүгә лә мөрәжәғәт иткән, шәхси эшҡыуарҙар араһында ла ярҙамға атлығыусы табылмаған.
— Асарбаҡтар яҙмышына битараф ҡала алмайбыҙ, — ти Илһам Факил улы. – Ҡалала полиция хеҙмәткәрҙәре менән даими рейдтар үткәрәбеҙ, урамда ҡалырға мәжбүр булған һәр кем менән һөйләшеү алып барабыҙ. Былтыр 12 асарбаҡты урам тормошонан йолоп алғанбыҙ икән, тимәк, башҡарған хеҙмәтебеҙ юҡҡа түгел. Документтарын тергеҙеү, туғандарын табырға ярҙам итеү, яҡындары менән бәйләнеш булдырыу кеүек күптәр өсөн үтә ваҡ күренгән мәсьәләләргә көндәр генә түгел, айҙар сарыф итергә тура килә.


Вернуться назад