Балалар ғаиләлә үҫергә тейеш28.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың: "Балалар йорттарын йоҙаҡлап ҡуйырға тейешбеҙ. Етемдәрҙең ваҡытлыса торлаҡта түгел, ә йылы ғаилә ҡосағында үҫеүе кәрәк", — тип әйткәне мәғлүм. Мөмкин тиклем күберәк етемде атай-әсәйле итер өсөн республикала етди ҡарарҙар ҙа ҡабул ителде: бер тапҡыр түләнә торған пособие билдәләнде, мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡарауға алған осраҡта түләү 508 мең һумға тиклем арттырылды.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүмдәр яҙмышына ил кимәлендә лә иғтибар ҙур: Рәсәй Президенты Владимир Путин баланы уллыҡҡа алыуҙы еңеләйтеү һәм тиҙләтеү, ата-әсәне алыштырасаҡ кешеләр өсөн мәктәптәр асыу тураһында бойороҡ сығарҙы. "Башҡортостан" гәзите, ошо йүнәлештәге башланғыстарҙы хуплап, тәрбиәгә бала алған һәм алырға ниәтләгән ата-әсәләр өсөн белгес кәңәштәрен тәҡдим итмәксе.
Бер-береңә өйрәнеү
Тәрбиәгә алынған бала тәүге мәлдә айырыуса күп иғтибар һәм һаҡ мөнәсәбәт талап итә, сөнки уның күңеле тиҙ ҡыйылып барыусан, өлкәндәргә ҡарата ышанысы һүрелгән булыуы ла ихтимал. Баланы ихлас һөйөү, уны нисек бар, шулай ҡабул итеү, түҙемлелек, мәрәкәселлек — былар барыһы ла бер-береңә тиҙерәк ылығып китеүгә, кескәй йөрәккә асҡыс табыуға булышлыҡ итә.
Яңы ғаилә ағзаһының йортҡа аяҡ баҫыуы, бер яҡтан, ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс, икенсе яҡтан, ул барыһы өсөн дә һынау осорона әйләнә. Үҙ балаларын үҫтергән ата-әсә артыҡ ҡыйынлыҡ тыуыр тип уйламай, сөнки тәжрибәһенә ышана. Шулай ҙа ҡайһы бер мәсьәләләргә әҙер торорға кәрәк. Мәҫәлән, сабыйҙың гигиена талаптарын үтәмәүе, төндәрен насар йоҡлауы, балалар баҡсаһына йә мәктәпкә бәйле проблемалар... Бындай осраҡта ата-әсәнән ҙур сабырлыҡ, иғтибар һәм көс талап ителә. Шуны белеү мөһим: тәрбиәгә алынған баланы үҙеңдекеләр менән сағыштырыу, үҙ балаларыңа өҫтөнлөк биреү дөрөҫ булмаясаҡ. Бындай хәл бала күңелендә ярала башлаған ышаныстың һәм рухи бәйләнештең юғалыуына килтерәсәк.
Әгәр ғаиләнең үҙ балалары юҡ икән, бында ваҡиғаларҙың икенсе төҫ алыуы ихтимал. Улар алдындағы төп бурыс — баланың шәхесен, үҙенсәлектәрен асыҡлау һәм аңлау. Сабый тәүге осорҙа яңы ата-әсәһенә һағайып ҡарай, ышанмаусаныраҡ булып ҡала килә. Был, тәү сиратта, ошо ғаиләне юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡыуға бәйле.
Тәрбиәгә бала алыр алдынан ата-әсә, махсус курсҡа йөрөп, ошо өлкәләге белемдәрен арттырырға хоҡуҡлы. Шуны ла онотоп ебәрергә ярамай: "атай" һәм "әсәй" тигән һөнәрҙәргә ғүмер буйы уҡырға тура киләсәк, сөнки бала үҫә, холҡо үҙгәрә.
Изге эшкә ихлас теләк менән тотонған, баланы ысын күңелдән яратып ҡабул иткән, ныҡлы ғаилә алдында йырып сыға алмаҫлыҡ кәртәләр һирәк.