Ҡош һайрауы йөрәкте өҙә28.05.2013
Ҡош һайрауы йөрәкте өҙәҠыштар үтә, яҙҙар килә. Унан һуң килгән йәйҙе көҙ алмаштыра. Быуаттар буйы ҡабатланып килгән ошо тәбиғәт күренештәре мәңгелек. Кеше ғүмере генә улай түгел шул. Бер яҙҙарҙа һин бар, ә икенсеһендә — юҡ... Үҙенең 94-се йәшен ҡаршылағанда Ғафури районының иң оло аҡһаҡалдарының береһе, хеҙмәт ветераны Мофаззал Хәсәнов арабыҙҙан китте.

Олатайым Мофаззал Тайып улы 1919 йылдың йәмле июлендә донъяға килгән. Атаһы — указлы мулла, иң уҡымышлы кешеләрҙең береһе һаналған. Олатайым ике йәштә саҡта уҡ вафат булған ул. Донъя ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған Мофаззал физик һәм рухи яҡтан көслө, эш һөйөүсән, тура һүҙле, намыҫлы булып үҫкән. Тормош юлдашы итеп егәрле Маһибикә Зиннәт ҡыҙын һайлаған.
Улар, 70 йылға яҡын татыу ғүмер итеп, 11 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Бөтә балалары ла бөгөн иҫән-һау, республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәй. Олатайым менән өләсәйем, заман ауырлығына ҡарамай, һәр береһенә белем алырға ярҙам иткән. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ улар араһында! Намыҫ, тырышлыҡ, үҙ эшеңә яуаплы ҡарау — һәр береһенә хас сифат. Тәрбиә атай-әсәй нигеҙенән башлана шул. "Ни сәсһәң, шуны урырһың", ти халыҡ мәҡәле. Улар сәскән орлоҡтар тос емеш биргән. Шуға күрә лә Хәсәновтарҙы һәр ерҙә ихтирам итәләр, ышаныс менән ҡарайҙар.
Ауыр һуғыш йылдарында олатайым ең һыҙғанып колхозда эшләй, Ҡолҡан бригадаһын алдынғы сафҡа сығара. Халыҡты аслыҡ-яланғаслыҡтан һаҡлап ҡалыу өсөн бар тырышлығын һала. Ауылдаштары әле лә уның тылдағы хеҙмәтен оло хөрмәт менән телгә ала. Бригадир, келәт мөдире булып та, һарыҡ фермаһында ла эшләй ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, үҙ аты менән хужалыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Колхоздар бөткәнен, күпләп фермалар ябылғанын ишетеп, күңеле әрнер ине. "Ниндәй ауыр йылдарҙа һаҡлап ҡалған колхоздарҙы бөтөрәләр бит", — тип йыш һөйләй торғайны.
Бер быуатҡа яҡын йәшәгән олатайыма ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре өсөн өлгө ине ҡәҙерлебеҙ. Уның фатихалары, аҡыллы кәңәштәре беҙгә һәр саҡ дөрөҫ юл күрһәтте, ғәҙел, намыҫлы, тура һүҙле булырға өйрәтте.
...Олатай менән өләсәйемдең бөтә туғандар бергә йыйылып ултырырға яратҡан алмағас баҡсаһында яңғыҙ бер ҡош йөрәкте өҙөп һайрай. Олатайым менән хушлашамы ул, әллә был моң өләсәйемдең, барлыҡ балаларының юҡһыныу йырымы?!

33kvartirki.ru


Вернуться назад