2013 йылдың тәүге яртыһына тотош коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙылып, гәзиттең “Почет таҡтаһы”на ингән толпарҙар шулай тине беҙгә.
Аллаға шөкөр, үҙҙәренең тормошон матбуғатһыҙ күҙ алдына килтерә алмаған тоғро дуҫтарыбыҙ артҡандан-арта. 70-кә яҡын хужалығы булған Толпарҙа бығаса гәзитебеҙҙе бер-ике кеше генә алдырһа, хәҙер күпләп яҙылалар.
– “Башҡортостан”ды көтөп алам, ундағы мәҡәләләрҙе иғтибар менән уҡыйым. Йөкмәткеһенең байлығы, уҡымлы булыуы менән ҡыҙыҡһындыра, – ти мәктәп директоры Рәсих Абдрахманов. – Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙе ябыуға ҡарата проблемалы мәҡәләләр баҫылыуы ҡыуандыра: ауылдарҙың йөрәге булған белем усаҡтарын дәррәү ябырға тотондолар бит.
— Шундай матур, йөкмәткеле гәзитте бығаса ни өсөн алдырмағанбыҙҙыр. Кинәнеп уҡыйбыҙ, яңылыҡтар менән танышабыҙ, – тип уны йөпләне бүтәндәр ҙә.
— Ауылыбыҙҙа халыҡ күпләп бал ҡорто тота, шуға ла “Умартасы дәрестәре”н бик оҡшаттыҡ. Кәрәкле рубрика. Киләсәктә лә шундай фәһемле кәңәштәр күберәк булһын ине, – тигән теләктәрен дә белдерҙеләр.
Әйткәндәй, Рәсих Ғәлинур улы үҙе лә матбуғат баҫмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уның ауыл уңғандары, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡындағы яҙмалары район гәзитендә йыш донъя күрә.
Мәктәп директоры халыҡ араһында гәзитебеҙҙе таратыуҙа ла ҙур эш алып бара.