Тулҡынландырғыс та, һағышлы ла көн бөгөн: еҙ ҡыңғырау сығарылыш класс уҡыусыларын ҙур тормошҡа оҙата.
“...Офоҡтарға ҡарай осор өсөн
Иңдәрҙә беҙ ҡанат тоябыҙ!”
— тип йырлаһа ла, йәштәребеҙгә туған мәктәбенән, яратҡан уҡытыусыларынан айырылыуы һис кенә лә еңел түгелдер.
Быйыл республикала IX класты — 42 043, ә XI класты 25 270 уҡыусы тамамлай. Алда уларҙы сығарылыш имтихандары, һөнәр һайлау кеүек яуаплы һынауҙар көтә.
— Уҡыусыларыбыҙҙың һынатмаҫына ышанабыҙ, — ти Архангел районының Абҙан мәктәбе директоры Хәҙисә Кинйәғолова. — IX кластағы туғыҙ һәм XI класты тамамлаған биш уҡыусыбыҙҙың барыһы ла уҡыуҙа ла, мәктәптән тыш сараларҙа ла алдынғылыҡты бирмәне.
Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт мәктәбе йәштәре лә ҙур тормошҡа ышаныслы аяҡ баҫа. Әле XI класты тамамлаған уҡыусыларҙың һигеҙе лә белем юлында һәр саҡ уңыштары менән һөйөндөргән. Мәҫәлән, Вәсилә Исхаҡова гел “бишле”гә уҡыған, шәп спортсы ла. Белем алыуын Өфө дәүләт авиация техник университетында дауам итергә уйлай ул. Земфира Сынбулатова иһә уҡыуҙа, мәктәптән тыш сараларҙа һәр саҡ алдан йөрөгән, район хакимиәте башлығының стипендиаты булған. Ҡурайсы, баянсы Нәғим Һөйөнов та “алтын һуҡмаҡ”ҡа тап төшөрмәгән, киләсәктә лә тырышып белем алырға һүҙ бирә.
Изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, аҡ юл һеҙгә, йәштәр!