Социаль реклама — йәмғиәт файҙаһына25.05.2013
“Ҡала мөхите” IХ социаль реклама фестивале башланыр алдынан хәбәрсебеҙ эксперттарға социаль реклама, илебеҙҙә уның үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер уртаҡлашырға тәҡдим итте.
Әле социаль реклама ябай плакат булыуҙан туҡтай. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һаны, йәше, географияһы йылдан-йыл киңәйә. Мәҫәлән, былтыр ноябрҙә уҙғарылған VIII фестивалдә Рәсәй төбәктәренән генә түгел, шулай уҡ Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Германиянан авторҙар ҡатнашты. Йыл һайын 500-ҙән ашыу эш тәҡдим иткән конкурсанттар араһында пенсионерҙар ҙа, уҡыусылар ҙа, күптәнге оҫталар ҙа, һөйәрмәндәр ҙә бар.
— “Ҡала мөхите” — киң мәғәнәле проект. Ул ябай һүҙбәйләнеш кенә түгел, ә физик һәм социаль хәлебеҙҙе сағылдырған, ижадҡа, эшкә этәргән сара ла, — тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары, фестиваль идеяһының авторы Марат Ғәзизов. — Ул яҡшы картина һымаҡ — өйрәнгән һайын, мәғәнәһе лә арта. Фестиваль ҡала мөхитендә ыңғай шарттар тыуҙырырға ярҙам итә, оҫталыҡ дәрестәре социаль реклама өлкәһендә яңы белем алыу мөмкинлеген бирә, һәләтле йәштәргә тормошта юлын табырға булышлыҡ итә, яңы идеяларҙың ижади лабораторияһы булып тора.
Билдәле булыуынса, социаль реклама киң йәмәғәтселеккә иҫәпләнә. Конкурс эштәренең темаһы төрлө: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ҡала урамдарының таҙалығы, кешеләр араһындағы изге мөнәсәбәттәр һ.б. Шуға күрә сара тамамланғас, ойоштороусылар һәр саҡ иң яҡшы эштәрҙе халыҡҡа сығарырға тырыша.
— Конкурста ҡатнашыусыларҙың плакаттары өсөн Өфө урамдарында 40-тан ашыу реклама стенды, ике телеканалда эфир ваҡыты бүленде. Һөҙөмтә үҙен аҡланы, — тине Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе Асҡар Фазлыев. — Кешеләрҙән ыңғай баһалар байтаҡ булды.
“Ҡала мөхите” фестиваленең ойоштороу комитеты.