Ғилми үҙәк кәрәк25.05.2013
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университетының ректораты менән осрашты. Тәүҙә ҡунаҡтар физика һәм наноматериалдар технологияһы, электроника һәм наноэлектроника кафедралары студенттары, аспиранттары шөғөлләнгән эксперименталь лабораторияларҙы, күргәҙмәне ҡараны.
— Беҙгә техник йәһәттән үҫешеү мөһим, ә бының өсөн университетта ғилми үҙәктәр булыуы шарт. Һеҙҙә күп нәмә эшләнгән, артабан да ошо юлдан барырға кәңәш итәм, — тине Михаил Бабич.
Ҡунаҡтар университеттың дәүләт идаралығы бәләкәй академияһының тыңлаусылары менән танышты. Унда Өфөнөң төрлө уҡыу йортонан студенттар лекция тыңлай ине. Тулы хоҡуҡлы вәкил уларҙың кем буласаҡтары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Михаил Бабич әйтеүенсә, өҫтәмә белем алыу даирәне киңәйтә.
— Башҡорт дәүләт университеты — республиканың төп юғары уҡыу йорто. Был һеҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, — тине республика башлығы яңы һайланған ректор Николай Морозкинға. — Университетты үҫтерергә, ҙур конкуренция тыуҙырған күршеләрҙән артта ҡалмаҫҡа кәрәк. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының тарихын, телен өйрәтеүгә иғтибарҙы көсәйтеү мөһим. Республикала ШОС һәм БРИКС саммиттары үтәсәк. Ҡунаҡтарҙың бер өлөшө бында киләсәк. Был йәһәттән уҡыу йортоноң матди-техник базаһы хаҡында уйланыу зарур. Йәшәү проблемаһын хәл итеү өсөн ике-өс ятаҡ төҙөргә кәрәк.