Ябай сәй генә түгел25.05.2013
Ябығыу өсөн сәйҙең дә файҙаһы ҙур. Ни бары белеп эсергә, тәм-том ҡушмаҫҡа ғына кәрәк. Ул аҙыҡты яҡшыраҡ үҙләштерергә, эшкәртеүгә булышлыҡ итә, организмды витаминдар, минералдар менән туҡландыра, ҡан тамырҙарын таҙарта. Ғөмүмән, кәйефте күтәрә, хәтерҙе һәм күреү һәләтен яҡшырта. Беҙҙең осраҡта иһә май запасын кәметеүгә лә килтерә. Процесс яй барһа ла, һөҙөмтәле.
Сәй эсеү тәртибе
Иртәнге сәй әүҙемлеккә килтерә. Ул эсәктәрҙе, ашҡаҙанды таҙарта. Сәй эстән бөтөн артыҡ матдәләрҙе сығара, тамырҙарҙағы май ҡатламын эретә. Ҡаты сәй эскәндән һуң, ғәҙәттә, аппетит асылып китә, әммә бирешмәгеҙ. Ярты сәғәттән һуң ашағы килеү баҫыласаҡ, һәм үҙегеҙҙе еңел хис итерһегеҙ.
Төштән һуңғы сәй аҙыҡты үҙләштерергә ярҙам итә, тик дөрөҫ итеп эсә белергә кәрәк. Аш ваҡытында һәм ашап бөткәс тә уны эсергә ярамай. Составында май булмаған һәр ҡайһы эсемлек ашҡаҙан һутын шыйыҡлай һәм эшкәртеүгә ҡамасаулай. Сәйҙе ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә эсергә кәңәш ителә.
Киске сәй шулай уҡ ашты яҡшыраҡ эшкәртә, майҙарҙы тарҡата, организмды төнгөлөккә әҙерләй. Тик уны киске сәғәт 8-9-ҙан һуң эсмәгеҙ. Ошолай иткәндә, уянмайынса ҡаты йоҡларһығыҙ, ә иртән еңел торорһоғоҙ. Киске сәй шулай уҡ “мәкерле” — уны эскәндән һуң ашағы килә башлай. Тик был теләккә буйһонмағыҙ. Төнгә ҡаршы ашау ҡәтғи тыйыла. Түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, өрөк йәки хөрмә ҡабығыҙ.
Әгәр ҙә сәй эсеүҙе һәм төштән һуң бер ниндәй ҙә тәм-том ашамауҙы ғәҙәткә индерһәгеҙ, үҙегеҙҙе еңел хис итә башларһығыҙ. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәҫ, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң буй-һынығыҙ зифа һәм һығылмалы булыр.
Файҙаһы нимәлә?
Сәй 700-ҙән ашыу төрлө ҡушылма, витамин, минерал, микро- һәм макроэлемент, антиоксидант, аҡһым, углевод һәм башҡа файҙалы матдәләрҙән тора. Улар бөтәһе бергә организмды комплекслы таҙарта, тонусты күтәрә, шлактарҙан ҡотолдора һәм файҙалы витаминдар, минералдар менән туҡландыра.
Сәйҙең мөһим элементы булып полифенол менән аминокислоталар тора. Ҡала шарттарында беҙҙең организм уларға бик мохтаж.
Галлий кислотаһы бөйөр менән йөрәкте һаҡлай.
Теафлавин, теарубигин, теабровин тамырҙарҙы таҙарта һәм дауалай. Шулай уҡ шәкәр диабетын булдырмай, яман шеш килеп сығыуҙан һаҡлай.
Сәйгә хуш еҫ һәм тәм биреүсе теанин, аминокислота организмда нейромедиатор ролен башҡара. Ул тынысландыра, хатта бәхет хисен тыуҙыра ала.
Теин кофеинға оҡшаш, әммә йөрәк өсөн зыянлы түгел. Ул тонусты күтәрә, тамырҙарҙы киңәйтә.
Пектин эсәк һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанда шәкәр миҡдарын кәметә. Артыҡ килограмдарҙан ҡотолоуҙа ҙур роль уйнай.
Сәй А, С, Е һәм Р витаминдарына, цинк, фосфор, магний, калий, марганец, фтор минералдарына бай. Улар организмдың һәйбәт эшләүе өсөн кәрәк.
Ябығыу өсөн өс кәңәш
1. Сәйҙе ас ҡарынға түгел, ашағандан һуң эсегеҙ.
2. Был эсемлектең сифатлыһын һатып алығыҙ, йәлләмәй бешерегеҙ.
3. Көндө сәй менән тамамларға өйрәнегеҙ. Тик аппетитҡа ирек бирмәгеҙ. Шәкәрҙе иһә өҫтәлегеҙҙән ситкәрәк алып ҡуйығыҙ. Ҡайнатма, печенье, бәлеш, торт, майлы ит, майонез кеүек ризыҡтарҙы ла рациондан алып ташларға тура килер. Был — зифа буй-һынға беренсе һәм иң мөһим аҙым.
Татлы аҙыҡ ашарға теләһәгеҙ, сәйҙе киптерелгән емеш, ҡорт балы, йәшелсә, емеш-еләк, арыш икмәге менән эсергә мөмкин. Тик мөғжизә көтөргә ярамай: бер көндө өс литр ҡиммәтле йәшел сәй эсеп, иртәгә өс килограмм ауырлыҡ юғалтам тип хаталанмағыҙ. Был эсемлек яйлап тәьҫир итә.