Уны еңергә мөмкин!25.05.2013
Һимеҙлектең иң яҡын дуҫы целлюлит икәнлеген ҡатын-ҡыҙҙың барыһы ла яҡшы белә. Әй ауыр бит уны юҡ итеүе! Бының өсөн төрлө ҡиммәтле дарыу-крем менән дарыуханалар, матурлыҡ магазиндары тулы. Әммә был бәләнән өй шарттарында ла ҡотолоп була.
Иң ҙур ярҙамсы — төрөнөү. Бының өсөн балсыҡ, ылымыҡ, шифалы ләм, эфир майҙары, бал, ҡәһүә һәм башҡа әйберҙәр файҙаланыла. Салон һәм дарыуханаларҙа төрөнөү өсөн әҙер ҡатнашмалар ҙа алырға мөмкин, тик үҙең әҙерләгәне арзаныраҡ һәм файҙалыраҡ.

Ябай ғына рецепт өлгөләре

Бал йәки ылымыҡ менән төрөнөү
Эҫе компресс сифатында бал йәки ылымыҡ ҡулланырға була. Ике аш ҡалағы ламинария йәки фукус ылымығы алығыҙ (дарыуханала һатыла). Йылы һыуға 15 минутҡа һалып күпкәнен көтөгөҙ. Бер йомортҡа һарыһы, 10 тамсы цитрус майы һәм 20 тамсы камфор майы өҫтәгеҙ. Бөтәһен бергә яҡшылап бутағыҙ һәм целлюлитлы урындарға ҡалын итеп һылағыҙ ҙа төрөнөгөҙ.

Май менән төрөнөү
Зәйтүн, урман сәтләүеге, миндаль, жожоба майын нигеҙ итеп алабыҙ. 20 мл төп майға 3 тамсы лимон, 3 тамсы лаванда, 3 тамсы артыш майы ҡушабыҙ. Проблемалы урынға ҡатнашманы һөрткәндән һуң, уны полиэтилен пленка менән төрөгөҙ. Өҫтөнән берәй йылы кейем кейегеҙ. Бынан һуң әүҙем хәрәкәттәр эшләргә йәки йылы юрған аҫтына бер сәғәткә инеп ятырға тәҡдим ителә. Артабан майҙы йыуырға һәм крем һөртөргә онотмағыҙ.

Күк балсыҡ менән төрөнөү
Бында инде барыһы ла ябай — бер нәмә лә ҡушырға кәрәкмәй. Ни бары күк балсыҡты йылы һыу менән ҡаймаҡ ҡуйылығына еткергәнсе бутарға ла целлюлитлы урындарға һөртөргә кәрәк. Күк балсыҡта файҙалы матдәләр күп: фосфат, тимер, азот, кальций, магний, калий һәм башҡалар. Ул ҡан әйләнешен әүҙемләштерә.
Бал йәки һөт менән төрөнөү
Ҡушымта кәрәкле ҡуйылыҡта килеп сыҡһын өсөн ҡоро һөт файҙаланырға кәрәк. Һөткә саҡ ҡына йылы һыу һәм бер нисә ҡалаҡ бал һалып бутағыҙ. Балдың шыйыҡ булыуы яҡшыраҡ, шәкәрләнгәненән файҙа әҙерәк. Әҙер ҡатнашманы тәнгә һөртөп, полиэтилен менән төрөнөргә кәрәк.

Үҙ тәртибе бар


Иң тәүҙә скраб ярҙамында тәнде таҙартығыҙ. Уның составына диңгеҙ тоҙо йәки ылымыҡ экстракты инһә, тағы ла шәберәк. Әҙер ҡатнашманы проблемалы урындарға һөртөргә кәрәк. Файҙаһы күберәк булһын, йылытылған тәнгә кәрәкле элементтар тиҙерәк һеңһен өсөн полиэтилен менән төрөнөргә кәңәш ителә. Аҙаҡ юрған менән уранығыҙ. Процедура һуңында, ҡатнашманы йыуып төшөргәс, тәнгә крем һөртөгөҙ.

Ниндәй осраҡта ярамай?


Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән йонсоғандарға, тирелә ниндәй ҙә зыян булғанда, гинекологик сирҙәр, ҡан тамырҙарының варикозлы киңәйеүе булған осраҡта, төрөнөү тыйыла. Һәм, әлбиттә, ауырлы ҡатын-ҡыҙға был ысул ярамай.


Вернуться назад