Ҡотлайбыҙ!25.05.2013
Йәмле тәбиғәте менән дан ҡаҙанған Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып, әле Өфө ҡалаһында йәшәгән Әсләм Әбделхәй улы Камалов ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын – 55 йәшен билдәләй.
Ҡыҙыл буйы кешеләрендә тупланған бөтә ыңғай сифаттар – ярҙамсыл булыу, егәрлелек, итәғәтлелек, белемгә ынтылыш – уға ла хас. Шуның өсөн дә халыҡ араһында абруйы ҙур, һәр ерҙә лә ҡәҙер-хөрмәт итәләр педагогты.
Ер йөҙөндәге изгеләрҙән-изге ҡәҙерлебеҙ ғүмере буйы ал-ял белмәй мәғарифҡа хеҙмәт итте. Йәш быуынға белем биреү, ғилемлеккә өндәү тәңгәлендә ең һыҙғанып эшләне. Уға “Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән исем юҡҡа бирелмәгәндер.
Әсләм Әбделхәй улын матур байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә ҡыуанысы, ҙур бәхет теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән
ҡатыны Зөлфирә, улы Филүс, ҡыҙҙары Фидалиә, Гүзәлиә, кейәүе Таһир
һәм барлыҡ туғандары.


Вернуться назад