Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында йәшәгән ҡәҙерле апайыбыҙ Фәриҙә Мәҡсүт ҡыҙы Әлмөхәмәтованы күркәм байрамы – 75 йәшлек юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тәбиғәттән бирелгән һылыулығын бөгөнгәсә ташламаған апайыбыҙ Фән еҙнәбеҙ менән 54 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Фәриҙә Мәҡсүт ҡыҙын олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Ғөмүмән, яҡын-тирәлә уңғанлыҡтары менән хөрмәт ҡаҙанған Әлмөхәмәтовтар — күптәргә өлгө булырлыҡ дан ғаиләләрҙең береһе.
Ҡәҙерле апайыбыҙға киләсәктә лә яратҡан еҙнәбеҙ менән, ауырыу-сырхауға бирешмәй, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәрәкәтле тормошта рәхәтләнеп ғүмер итергә насип булһын!
Изге теләктәр менән Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында һәм Шишмә ҡасабаһында йәшәгән барлыҡ туған-тыумасаһы исеменән Кәрим, Тимербикә.
* * *
Архангел районының Аҙау ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән һөйөклө әсәйебеҙ Ғәйшә Яҡуп ҡыҙы Исмәғилеваны күркәм юбилейы – 85 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле әсәй! Атайыбыҙ Абдрахман Исмәғил улы менән беҙҙең барыбыҙҙы ла оло тормош юлына сығарырға күп көс һалдығыҙ. Һеҙҙең тырышлыҡ бушҡа китмәне: барыбыҙ ҙа, юғары белем алып, лайыҡлы эш урындарына аяҡ баҫтыҡ һәм бөгөн дә фиҙакәр хеҙмәт итәбеҙ.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡ менән,
Бәхеттәргә генә күмелеп.
Сәләмәт бул, оҙаҡ йылдар йәшә,
Балҡып торһон һинең йөҙҙәрең.
Ҡайғы күрмәй, шатлыҡ-ҡыуаныста
Үтһен һинең килер көндәрең.
Ошо матур көндә бөтә йөрәктән ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, күңел тыныслығы, яҡындарыңдың ихтирамын, һөйөүен татып, ауырымай-һыҙланмай, мул тормошта оҙаҡ йылдар матур итеп ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ғәзиз балаларың Рәйес, Фәйзрахман, Шамил, Фәриҙә, Айтуған, килендәрең һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Архангел районының Аҙау ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Нәзирә Әхмәҙулла ҡыҙы Ниғмәтуллинаны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Әсәйебеҙ ауыр һуғыш йылдарында үҫеп, белем алып, оҙаҡ йылдар буйы балалар уҡытып хаҡлы ялға сыҡты. Эшендә лә, халыҡ араһында ла оло хөрмәт ҡаҙанған, бик күп маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән уҡытыусы ул.
Атайыбыҙ Хайразый Камалетдин улы менән биш ҡыҙ баланы тәрбиәләп, үҙаллы оло тормош юлына баҫтырҙылар, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерергә ярҙам иттеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ арабыҙҙа юҡ инде.
Һөйөклө әсәйебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхетле көндәр теләйбеҙ.
Тыуған көнөң, әсәй, алып килһен
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар,
Беҙгә биргән йөрәк йылыларың
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
“Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының директоры, биология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе Фәнүр Хажиәхмәт улы Әлибаевты 55 йәше тулыу айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле Фәнүр Хажиәхмәт улы, күңелегеҙ башҡорт тәбиғәте кеүек киң, йөҙөгөҙ ҡояштай нурлы, ғүмер юлығыҙ урман ҡоштарыныҡылай йырлы. Ҡатынығыҙ Флүрә менән өс баланы — Әлиәне, Әлфиәне һәм Азатты — тәрбиәләп, юғары белем бирҙегеҙ.
Киләсәктә тормошоң тыуған ерең Белореттың мөһабәт һәм ғорур ҡарағай урмандары кеүек шаулап торһон! Бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ насип итһен Хоҙай.
Изге теләктәр менән балалары һәм туғандары исеменән
Нәғимовтар ғаиләһе.