Ҡуҙғалаҡ бәлеше24.05.2013
Он — 350 г
Бер йомортҡа
Аҡ май — 50 г
Тиҙ ҡабартыр әсетке (сүпрә) — 1 сәй ҡалағы
Ярты балғалаҡ тоҙ.
Эслеккә: ярты килограмм ҡуҙғалаҡ, бер аш ҡалағы крахмал, 5 — 7 аш ҡалағы шәкәр.
Ондо иләгәс, әсеткене ҡушып болғатып, уртаһына соҡор яһарға ла йомортҡа һытырға, шунан туғый-туғый йылымыс һөт ҡойорға, тоҙ, шәкәр өҫтәргә. Аҡ майҙы йомшартып, ҡамырға ҡушырға. Ул уртаса ҡатылыҡта булырға тейеш. Йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға, күтәрелгәс, баҫып төшөрөргә (2-3 тапҡыр).
Ҡуҙғалаҡты һалҡын һыуҙа йыуып, һарҡытырға ла, таҫтамалға һалып, киптерергә. Нәҙек кенә турап, крахмал һирпеп болғатабыҙ. Ҡамырҙы тигеҙһеҙ ике өлөшкә бүлеп, ҙурырағын табаға йәйәбеҙ, ҡуҙғалаҡты тигеҙ генә итеп түшәп, өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Ҡамырҙың бәләкәй киҫәгенән “ҡапҡас” эшләйбеҙ.
Йылы урынға ҡуйып, бер аҙ ҡабартып алабыҙ.
Эҫе духовкала 40 минут самаһы бешерәбеҙ.