Кәзә һаҡалы24.05.2013
Был үҫемлекте Францияла хатта түтәлдә үҫтереп, турамаларға ҡушалар. Сәскәләрен, япраҡтарын бронхит, коклюш булғанда, үпкә шешкәндә сәй итеп эсәләр. Уның башҡа ауырыуҙарҙан да шифаһы бар. Киптереп ҡуйһағыҙ, ҡыш витаминлы сәй эсеп сихәтләнерһегеҙ.
Йүткергәндә шифалы сәй былай әҙерләнә: 20 г кипкән үләнде бер стакан һыуҙа (200 г) 20 минут ҡайнаталар. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр бер аш ҡалағы эсәләр.
Кәзә һаҡалының япраҡтары С витамины буйынса беренсе урында – бер нисәһе тәүлеккә етерлек күләмде бирә лә ҡуя!