Ҡуҙғалаҡ24.05.2013
ҠуҙғалаҡҠар ирер-иремәҫтән, һутлы йәшел моронон төртөп, ҡуҙғалаҡ күренә башлай. Әскелтем татлы был үҫемлекте элгәре, ризыҡ наҡыҫ ваҡыттарҙа, бигерәк тә көтөп ала торған булғандар. Оҙон ҡышта витаминдарға ҡытлыҡ кисерә башлаған организмға ул туйымлыҡ та, шифа ла бит. Күпләп йыя торған булғандар, ашҡа ла һалғандар, бөйөрөктәр ҙә бешергәндәр.
В витамины буйынса ул иң алда, шуға ҡуҙғалаҡ ашаған кеше кәйеф төшөнкөлөгөнә, йоҡоһоҙлоҡҡа зарланмай. Һыуыҡ тейеп тә бармай, сөнки аскорбин кислотаһына бай. Күҙҙең ҡоросон һаҡлай, йөҙҙө алһыулата, ти торғайны ололар. Быға ҡуҙғалаҡ япрағындағы А витамины булышлыҡ итә икән. Ҡанды таҙарта, теште нығыта. Ҡатындарҙың “еләк ваҡытын” оҙайта, тигән Әбү Ғәли Сина.
Мин уны, балтырған, ҡуян тубығы, кәзә һаҡалы, сөйәл үләне, юл япрағы, оҫҡон менән рәттән, баҡсала үҫтерәм. Бер шулай күп итеп ҡуҙғалаҡ йыйып алғанмын. Күрше ҡатын:
— Ә мин үҙемдекен йолҡоп ташланым, сөнки ашай алмайым, бөйөрөмдә таш бар, ярамай, — тине. – Быуынға тоҙ ҙа ултыра. Эсәктәремә лә бармай.
Ысынлап та, был япраҡты иртә яҙҙа ғына ашарға тәҡдим ителә.
Ҡуҙғалаҡ кислотаһының калий тоҙо әскелт тәм бирә. Тап ошо кислота туплана барып, июлдән үҫемлекте ашарға ярамаҫлыҡ итә.
Ҡуҙғалаҡты 40 йәштән һуң фәҡәт бешереп ашау хәйерле, сөнки пуриндарҙың күплеге һаулыҡҡа зыян килтереүсән. Ауырлы ҡатындарға ла уны ашауҙан тыйылып тороу зарур. Ҡаймаҡ йәки ҡатыҡ һалып бутарға тәҡдим ителә, сөнки һөт кислотаһы ҡуҙғалаҡ кислотаһының тәьҫирен бөтөрә.
Ғәҙәттә, мин ҡуҙғалаҡтың, ҡуян тубығының йә фәрҙәнең (сныть) бер нисә япрағын, йәшел һуғанды, йыуаны, оҫҡондо ваҡ ҡына итеп турап, туҡмаслы ашҡа һалып ебәрәм. Бешеп сығырға 3-4 минут етә.


Вернуться назад