Хәйерле юл һеҙгә, йәштәр!24.05.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам — мәғрифәткә этәргән дин. "Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ", — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Әҙәм балаһы тормошта Аллаһ Тәғәлә биргән ошо бөйөк ниғмәт — белем — арҡаһында алға бара, рухын, выжданын, илен, ерен, ғаиләһен һаҡлай.
Әҙәби ҡомартҡыларыбыҙҙан күренеүенсә, барлыҡ мәғрифәтселәребеҙ халыҡты ғилемгә әйҙәгән. Мәҫәлән, бөйөк Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән һүҙҙәре йәнә күп быуаттар дауамында аманат булып яңғыраясаҡ. "Белемле һыуҙың үренә йөҙөр", "Белеме бар меңде йығыр" кеүек мәҡәлдәр ҙә буштан ғына яралмаған.
Пәйғәмбәребеҙҙең: "Биргәндә лә кәмемәй торған нәмә бар: ул — белем", тигән хәҙисе бар. Ысынлап та, уны бер кеше менән уртаҡлашһаң — ике, икәү менән бүлешһәң, өс ғилем була. Тимәк, уҡытыусыларыбыҙ — иң изге, йомарт кешеләр. Аллаһ Тәғәлә биргән ғилемде таратыусыларға борон-борондан ҙур ихтирам менән ҡарағандар һәм ошо мөнәсәбәтте киләсәктә лә һаҡларға тейешбеҙ.
Ошо көндәрҙә сығарылыш класс уҡыусылары мәктәп менән хушлаша. Ҡасандыр белем усағының ишеген үрелеп астырған еҙ ҡыңғырау бөгөн уларҙы ҙур тормошҡа оҙата. Йәштәр яңы баҫҡысҡа күтәрелә: сығарылыш имтихандарын тапшырып, өлгөргәнлек аттестатын ала. Унан инде хеҙмәт һәм көрәш тормошо башлана. Быға саҡлы ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың ҡанаты аҫтында тәрбиәләнгән йәш кешенең алдына һөнәр һайлау бурысы баҫа. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Ватанды һөйөү — имандың бер өлөшө", тип әйткән икән, илебеҙҙең яңы көстәре уның киләсәге өсөн тырышып эшләргә, халҡыбыҙға, милләтебеҙгә хеҙмәт итергә тейеш.
Аллаһ Тәғәлә мәктәпте тамамлаған йәштәребеҙгә сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырырға зиһен бирһен, күңеленә яҡын һөнәрҙе һайлап, илебеҙгә хеҙмәт итергә, матур ғаилә ҡороп, иманлы, тәүфиҡлы балалар үҫтереп йәшәргә насип әйләһен. Хәйерле сәғәттә — хәйерле юлға! Амин.