Зайцев юғары баһа бирҙе24.05.2013
Билдәле кутюрье Вячеслав Зайцев Өфө трикотаж фабрикаһы тәҡдим иткән мәктәп формаһы моделдәрен әҙерләүҙә ҡатнашты. Ул баш ҡалабыҙ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығына юғары баһа бирҙе.

— Өфө трикотаж фабрикаһының коллекцияһын тәүге тапҡыр Вологда ҡалаһында, Рәсәй Президенты Владимир Путин еңел сәнәғәт мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәргәндә күргәйнем, — тине Вячеслав Зайцев. — Кейемдәрҙең уңайлы булыуы, матурлығы хайран ҡалдырҙы.
“Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының генераль директоры, Өфө трикотаж фабрикаһының Директорҙар советы рәйесе Зөһрә Исмәғилева әйтеүенсә, кутюрье менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыласаҡ. Әле 20 комплект эшләнгән. Уңайлылыҡҡа ҙур иғтибар бирелә. Барлыҡ эште июнгә тамамларға ниәтләйҙәр.


Вернуться назад