Етемдәргә торлаҡ бүленә24.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса айырым маҡсатлы программаны раҫланы.

2013–2015 йылдарға иҫәпләнгән программаны финанслау күләме 1 миллиард 466 миллион һум тәшкил итә. Ике йылда 1 850 кеше торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Йыл һайын республика 4 миллион һум бүлһә, федераль ярҙам 266 миллион һумға етәсәк.
Әле 1 646 етем баланың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителгән. Шулай ҙа фатирға мохтаждар йыл һайын уртаса 240 кешегә арта. 1 ғинуарға ҡарата 1 759 етем бала торлаҡ менән сираттан тыш тәьмин ителеү хоҡуғына эйә булған, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад