Балаларға — 2 500 китап23.05.2013
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балаларға — китап” проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһы ирекмәндәре йыйылған әҙәбиәттең бер өлөшөн Туймазы районындағы уҡыу йорттарына тапшырҙы.
Сара Серафимовка ауылындағы 1-се урта мәктәптә булды. Сағыу биҙәлгән баҫмалар дөйөм белем биреү йорттарының ғына түгел, балалар йорт-интернатының һәм махсус мәктәптең китапхана фондын да тулыландырасаҡ. Бөтәһе 2 500-ҙән ашыу китап тапшырылды.
— Туймазы районы йәштәре Октябрьский ҡалаһы халҡы өсөн дә гражданлыҡты, ватансылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән социаль акция үткәрергә ниәтләй. Бындай проекттар республикабыҙ ҡалалары һәм райондарында йәшәгән йәштәрҙе берләштерә, — тине “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” ойошмаһының Туймазы районындағы бүлексәһе етәксеһе Альберт Хәсәнов.